Ҡалаларҙа ҡоймаҡ кибеттәрен күргәнегеҙ бармы, дуҫтар? Күптәрҙең яратҡан урыны улар, эйеме? Ә сит илдәрҙән индерелгән заманса ризыҡтар әҙерләү “нөктә”ләренең күпме һатып алыусыны йәлеп итеүен әйтеп тораһы ла түгел.
Береһенән-береһе тәмлерәк эслектәр менән ҡоймаҡтар тәҡдим итеү урыны Бөрйәндә лә бар хәҙер. Иҫке Собханғолдағы “Ҡыпсаҡ” сауҙа үҙәге янында урынлашҡан был киоскты эшҡыуар Алмаз Мырҙағолов асҡан.
Ҡоймаҡтарҙы хужа үҙе ҡоя. Ә ниндәй генә эслектәр төрөлмәй уларға? Картуф, бәшмәк, тауыҡ, сыр, йәшелсәләр ҡулланып - туҡлыҡлы, ҡуйыртылған һөт, бал, эремсек, банан, ҡайнатмалар, шоколадлы пастанан төрлө комбинациялар эшләп шәрбәтле эслектәр яһала. Шулай уҡ шаурма, хот-дог, фреш-ролл, буррито кеүек заманса популяр ризыҡтар ҙа әҙерләнә бында. Иң мөһиме – барыһы ла хәләл! Клиентының күҙ алдында әҙерләп фаст-фуд тәҡдим итеүсе был киоск район халҡын яңынан-яңы тәмлекәстәр менән ҡыуандырыр әле.