Яңы Усман ауылының 5-се синыф уҡыусыһы, “Бәйләнештә” селтәрендә “Тәбиғәт мөйөшө” исемле үҙ төркөмөн булдырып, хайуандар һәм ҡоштар хаҡында блог алып барыусы Ханнан Мәзитов бер йыл элек йорт ҡуяндары менән ҡыҙыҡһына башлай. Төрлө яҡтарҙан алдырып, бөгөн ул “Фландер”, “Великан”, “Совет шиншиллаһы” тоҡомло 6 ҡуян тота.
- Әлегә ҡуяндарҙы үрсетеү буйынса тәжрибәм етмәй. Яңыраҡ береһенең 10 көсөгө тыуып, инәләре тапап үлтергән дә ҡуйған. Киләсәктә иғтибарлыраҡ булырмын инде, - ти Ханнан.
- Уларҙы ниндәй маҡсаттарҙа үрсетергә ниәтләйһең һуң? – тим.
- Үрсеһәләр, һатырға уйлайым. Аҡсаһына һәйбәтерәк тоҡомло ҡуяндар алып, уларҙы ла һатасаҡмын, ғаиләбеҙгә ярҙам буласаҡ, - ти ул.
Ханнандан күреп, күрше-тирәләге байтаҡ малайҙар ҡуян тота башлаған. Мәктәптән һәм дәрес әҙерләүҙән артҡан ваҡыттарын улар файҙалы үткәрә хәҙер – кәртә тирәһендә мәж килеп йәнлектәрен тәрбиәләйҙәр, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашалар.
Ҡуяндарҙан тыш, Ханнан быйыл ата-әсәһенән 10 ҡаҙ алдыртып, йәй буйы үҙе ҡараған. 2-селә уҡыған Сажидә лә ағайына ярҙам итә. Емде күршеләре, фермер Ниғмәт Мәжитовтан һатып алалар икән.
Ваҡыттың ҡәҙерен белеп, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған егетте ата-әсәһе лә дәртләндереп тора - “Көн һайын, мәктәптән ҡайтҡас, өйҙөң иҙәнен йыуып йә һөртөп торһаң, айына 1000 һум эш хаҡы түләйбеҙ”, тип улдары менән килешеү төҙөп ҡуйғандар. Эштең үтәлеү-үтәлмәүен әсәй кеше көн дә билдәләп бара. Октябрь өсөн 700 һум “хеҙмәт хаҡы” алғас та, Ханнан туғандарынан бер пар индоутка алып, уларға махсус оя ла эшләп ҡуйған. Әлегә индоуткалары бәләкәсерәк, ҡыш сыҡһалар, себеш баҫтырырға хыяллана.
“Киләсәктә кем булырға теләйһең?” тигән һорауға “Эколог” тип яуап бирһә лә, ай-һай, фермер йә эшҡыуар булыр ул был үҫмер, тигән уй тыуа. Хәйер, бөгөндән перспектив пландар ҡороп, уларҙы бойомға ашырыр өсөн ең һыҙғанып эшләгән Ханнан Мәзитов, ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, юғалып ҡалмаҫ, яңынан-яңы маҡсаттарға ирешер.
Миләүшә ҠАСИМОВА.
Һүрәттә: Ханнан һәм һеңлеһе Сажидә ҡуяндар менән мәж килә.