

Бер ваҡыт ҡарт олатаһы ейәненә тормош хәҡиҡәтен асып һалған:
-Һәр беребеҙҙең эсендә даими көрәш бара. Ике бүре бер-береһе менән алыша. Бер бүре - ул яуызлыҡ: көнсөллөк, көнләшеү, үпкә, үкенеү, ҡомһоҙлоҡ. Икенсе бүре - игелек: тыныслыҡ, мөхәббәт, өмөт, хаҡлыҡ, тоғролоҡ һәм йомартлыҡ.
Ейән, бер минутҡа уйға батып, һораған:
-Ә аҙаҡтан ҡайһы бүре еңә?
Ҡарт йылмайып яуап биргән:
-Һин ҡайһыһын туйҙыраһың, шул еңә.
***Был ҡыҫҡа әкиәт беҙҙең һәр бер көнөбөҙ, һәр бер уйыбыҙ һәм эшебеҙ - ул үҙебеҙҙе һәм тормошобоҙҙо нимә менән “туйҙырыу” икәнен һайлау икәнен иҫкә төшөрә.