

“Ялҡын” ансамбле 2010 йылда барлыҡҡа килгән. Ойоштороусылары – Айгизә Дауытова һәм Марсель Мөхәмәтғәлин. 2012 йылда ансамбль “өлгөлө” исемен ала һәм әлегә тиклем уны уңышлы яҡлап килә. Бөгөнгө көндә ансамблде Наилә Нурдәүләтова етәкләй. Дәртле ансамблдең уңыштары ла бихисап – әленән-әле төбәк, республика бейеү конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.
-“Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамблендә 4-се йыл шөғөлләнәм. Бигерәк тә “Бөрйәндә байрам”, “Бөрйән йәштәре”, “Мираҫ”, “Йәшлек” бейеүҙәрен башҡарыу оҡшай. Ансамблдең бөтә бейеүҙәре лә матур, айырып әйтеп тә булмай. Беҙ уларҙы күңел һалып, ихлас күңелдән башҡарабыҙ, - ти 9-сы класта уҡыусы Эвелина Рәхмәтуллина.
Ансамблдә бейеүсе Наҙгөл Сафина бәләкәй сағынан бейеүгә ғашиҡ:
-Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк яңғыҙ бейеү һалғайнылар. Шунан алып бейеү күңел түремдә. Ансамбль менән бик күп конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, шулай уҡ яңғыҙ башҡарыусы булараҡ та үҙемде һынап ҡарағаным бар – “Байыҡ” телевизион һәм “Бейеүсе май” республика бәйгеләрендә 3-сө урын алыуға ирештем. Профессиональ бейеүселәрҙән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева бик оҡшай.
-Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенең хореография класын тамамланым. Уҡытыусыларым Алина Кәрим ҡыҙына, Нурания Самат ҡыҙына, Наилә Марат ҡыҙына ҙур рәхмәтлемен. Уларҙан тәжрибә туплап, хәҙер “Ялҡын”да бейейем. Репетицияға аҙнаһына 3 тапҡыр йөрөйбөҙ. Был шөғөлөм уҡыуыма ҡамасауламай, киреһенсә, миңә дәрт, дарман өҫтәй. Киләсәктә лә бейеүҙе ташламаҫмын тип уйлайым, - ти ансамблдә 5 йыл бейеүсе Сулпан Манапова.
Һүҙ яратҡан шөғөлдәре тураһында барғас, егеттәр ҙә әңгәмәнән ситтә ҡалманы. “Ялҡын”дың ялҡынлы бейеүсеһе Айбулат Буранов:
-Иң беренсе бейеүгә 1-се класта уҡығанда әсәйем алып килде. Шунан бирле ул минең тормошомдоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Бейеү кешене сәхнәнән ҡурҡмаҫҡа өйрәтә, физик яҡтан сәләмәтлекте нығытыуға булышлыҡ итә. Ансамблдә бейеү, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу беҙҙе берләштерә, яңы мөмкинлектәр аса, - ти.
Оҫта бейеүе менән күптәрҙе әсир иткән Вилдан Фәйзуллин:
-Тәүге бейеүҙе миңә балалар баҡсаһында тәрбиәсем Гөлдәр Хоҙайғолова һалды. Уның менән район мәҙәниәт һарайында үткән конкурста ҡатнаштым һәм шунда бер апай миңә уйынсыҡ машина бүләк иткәйне. Шул һаман да иҫемдә. Хореография класына беренсе кластан барҙым. Фәнил Әсәҙуллин һалған “Исемдәрем Уйылдан” бейеүе менән “Байыҡ”та 3-сө урын яуланым. Киләсәктә бейеүсе һөнәрен һайламаһам да, бейеүҙе ташламаҫмын, юғары уҡыу йортона инһәм, унда ла бейеү ансамбленә йөрөрмөн тип уйлайым, - тип пландары менән уртаҡлашты.
Әле сәхнә биҙәге булып, киләсәккә ҙур пландар менән йәшәүсе “Ялҡын”дарға уңыштар теләйек. Яулайһы үрҙәре бейек, киләсәктәре яҡты булһын!