

Сентябрь айында, "Хакимиәт көнө" сиктәрендә, элекке район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин Килдеғол ауылы халҡы менән осрашыу уҙғарғайны. Унда күтәрелгән мәсьәләләр һүҙҙә генә ҡалманы
“Яҙғыһын һәм ҡойма ямғырҙар мәлендә тауҙан ағып төшкән һыуҙар бер нисә хужалыҡтың ерҙәрен баҫыуы тураһында һорау булғайны. Ошо һорау буйынса эштәрҙе башҡарыуға район хакимиәте яғыулыҡ өсөн аҡса бүлде.
Ауыл эшҡыуары Кәрим Исҡужин егеттәрҙе ойоштороп, дөрөҫ урынға һалынмаған тимер торбаны сығарып, йырынға һалып, юлды күтәреп, 200 метр араға таш түгеп, тигеҙләп ҡуйҙылар. Юлды төҙөкләндереүгә 9 берәмек техника йәлеп ителде.
Кәрим ДТ- 75 тракторында таш ҡуптарып сығарып торҙо, сығарылған таштарҙы Илназ Искужин менән Айназ Билалов тейәп ултырҙылар, Азамат Ғиләжев, Айсыуаҡ Билалов, Әхсән Әйүпов таштарҙы юлға түктел, Сәғит Билалов түгелгән таштарҙы таратып торҙо, Фәһим Баймырҙин автогрейдерҙа юлды тигеҙләне, Динислам Билалов ЮМЗ эксковаторы менән юл ситенән траншея ҡаҙып сыҡты. Бер юлы мәктәпкә менгән юлды ҡырып, Йәштәр урамының соҡорло урынына латаш түгеп, тигеҙләнде”, тип хәбәр итәләр Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте төркөмөндә..
Сығанаҡ: https://vk.ru/kipcak.covet