Йәмғиәт
17 Октября , 05:05

Участка терапевығыҙҙы беләһегеҙме?

Бөрйән район үҙәк дауаханаһында 8 участка терапевы эшләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Участка терапевығыҙҙы беләһегеҙме?Участка терапевығыҙҙы беләһегеҙме?
Участка терапевығыҙҙы беләһегеҙме?

17 октябрь - участка терапевы көнө

Участка терапевы - ул тәүге һәм иң мөһим медицина ярҙамы күрһәтеүсе, халыҡтың һаулығын ҡайғыртыусы төп белгес. 

Ул йыл һайын диспансеризация һәм профилактик тикшереүҙәр үткәреп, сирҙәрҙе иҫкәртә һәм уларҙы тәүге стадияла уҡ асыҡлай. Был иһә дауалауҙы тиҙерәк башларға һәм һаулыҡты яҡшыртырға мөмкинлек бирә.

Ниндәй генә проблема борсомаһын - ҡан баҫымы, йә ҡапыл температура күтәреләме, йөрәк ауыртамы, йоҡо боҙоламы һәм башҡа осраҡтарҙа тәү сиратта беҙ участка терапевына мөрәжәғәт итәбеҙ. Ул хәл-торошобоҙҙо баһалай, кәрәкле дауа  билдәләй. Әгәр ҙә тар йүнәлешле белгестәр (кардиолог, невролог, эндокринолог һ.б.) йәки өҫтәмә тикшереүҙәр (анализдар, УЗИ, МРТ) кәрәк икән, участка табибы тейешле йүнәлтмә бирә. Гипертония, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре кеүек оҙайлы дауалау талап иткән ауырыуҙарҙы контролдә тотоу - терапевтың мөһим бурыстарының береһе. Ул дауалау схемаһын төҙөй, уны даими рәүештә күҙәтә һәм кәрәк саҡта төҙәтмәләр индерә. Шулай уҡ табип һаулыҡты нисек һаҡларға, сирҙәрҙе нисек иҫкәртергә, тәүге билдәләрҙе нисек тойорға һәм үҙаллы дауаланмаҫҡа кәрәклеге тураһында аңлатыу эштәре алып бара.

Бөрйән район үҙәк дауаханаһында 8 участка терапевы эшләй.

Терапевт участкалары буйынса табиптарҙың хеҙмәтләндереү зоналары:

 

Участка терапевы Радмир Йыһангиров Иҫке Собханғол (Салауат, Октябрь, Бельская, Набережная, Ленин (94-се йортҡа тиклем), Комсомол, Заречная урамдары, Мунса тыҡрығы), Яңы Собханғол, Ғәлиәкбәр, Үрге Нөгөш ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә.

Табип урында булмаған осраҡта Г. Насырова ҡарай.

 

Участка терапевы Инзиә Салауатова Иҫке Собханғол (Ленин (95-се йорттан алып), Һ. Ишкилдин, Матросов, Күл урамдары, Урман, Совет тыҡрыҡтары), Байғаҙы, Яңы Усман, Әтек ауылдары халҡын ҡарай. Алыштырыусыһы: Р. Йыһангиров.

 

Участка терапевы Гөльяз Кинйәғолова Иҫке Собханғол (Совхоз, М. Сәғитов, Ҡыҙылташ, М. Ғафури, Ҡояшлы, Ерекле, Шишмә, М. Ҡәҙерғолов, Тыныслыҡ, Ҡайынтүш, Урал урамдары), Исламбай, Аҫҡар, Мәһәҙей ауылдары халҡын ҡабул итә. Алыштырыусыһы: И. Салауатова.

 

Участка терапевы Алмаз Кинйәғолов Иҫке Собханғол (Нагорная, Урман, Совет, Сплавная урамдары, Кирбес, Пионер тыҡрыҡтары), Тимер, Брәтәк, Ырғыҙлы, Ҡотан, Мәҡсүт ауылдарынан пациенттарҙы ҡарай. Алыштырыусыһы: Д. Сәфәрғәлина.

 

Участка терапевы Роберт Мөхитдинов Баҙал биҫтәһе (Дуҫлыҡ, З. Вәлиди, Ш. Бабич, Мәктәп, Ҡадыров, Баҙал, Мәсем урамдары), Аҡбулат, Мәндәғол, Яңы Мөсәт, Әбделмәмбәт, Ғәҙелгәрәй ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә.

Алыштырыусыһы: Г. Кинйәғолова.

 

Участка терапевы Әлфинә Ишбулатова Байназар (*Р. Мөхитдинов), Һарғая (*А. Кинйәғолов), Мораҙым (*И. Салауатова), Ҡурғашлы (*Р. Йыһангиров) ауылдары халҡын ҡабул итә. (*Табип урында булмаған осраҡта пациенттарҙы ошо терапевтар ҡабул итә.)

 

Участка терапевы Динә Сәфәрғәлина Баҙал биҫтәһе (Ю. Ғәзизов, М. Кәрим, Туғанлыҡ, Р. Ишбаев, Хеҙмәт, Наурыз, Йүкәле, Азатлыҡ, Арғыҙма, Ветерандар, Ғ. Дәүләтбирҙин, Ҡарат, Ҡурсаулыҡ, Еңеү, М. Аҡмулла урамдары), Яңы Монасип, Иҫке Монасип, Иҫке Мөсәт, Кейекбай ауылдарынан халыҡты ҡабул итә. Алыштырыусыһы: Р. Мөхитдинов.

 

Участка терапевы Гүзәл Насырова Иҫке Собханғол (М. Гәрәев, Ағиҙел, Йәштәр урамдары), Ҡолғана, Килдеғол, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Нәби, Ишдәүләт, Яуымбай ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә.

Алыштырыусыһы: А. Кинйәғолов.

Автор:Альфина Юлчурина