

Ҡурсаулыҡ урманы хеҙмәткәре көнөнә ҡарата
Ул бында биш йыл эшләй. Етәксеһе Рамаҙан Ҡунаҡбай улы Аҫылғужин әйтеүенсә, ул өлгөлө, эшсән хеҙмәткәр, һәр эштә лә әүҙем, яуаплы һәм башҡаларға үрнәк булырҙай кеше.
Илфат Юлай улы урманды браконьерҙарҙан, янғындарҙан һаҡлай, ҡыйҙан таҙарта. Бурысын күңел һалып башҡарған белгестең эше урманды ҡурсалау менән генә сикләнмәй, ул солоҡсолоҡто үҫтереү менән дә шөғөлләнә, яңы солоҡтар юна, буштарын таҙарта, бал ҡорттары ҡундырыуға әҙерләй.
Илфат эшкә килгәндә урмансылыҡта ни бары бер генә солоҡ булһа, бөгөн уларҙың һаны ун етегә еткән. Был - уның намыҫлы хеҙмәте, тәбиғәтте, боронғо кәсепте яратыуы һөҙөмтәһе. Быйыл ул ошо тырышлығының татлы емешен «татыған»- 130 килограмм сифатлы, шифалы солоҡ балы тапшырған. Солоҡ һандары һәм бал тапшырыу күрһәткестәре буйынса ул беренселәр рәтендә.
Ошо намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәте, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлауға индергән тос өлөшө өсөн быйыл Илфат Юлай улы Ҡаһармановҡа Рәсәй Федерацияһының тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының Почет грамотаһы тапшырылған.
Илфат Ҡаһарманов Стәрлетамаҡта физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, Иҫке Монасип, Ғәлиәкбәр мәктәптәрендә эшләй. Чечняла хәрби бурысын үтәгәндә характерын тағы ла нығыраҡ сыныҡтырған, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә өйрәнгән.
Тырыш ир-уҙаман ғаиләһендә лә уңған хужа, ышаныслы терәк. Тормош иптәше Дилә Фәрғәт ҡыҙы менән улар ике ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Розалия Стәрлетамаҡта тиҙ ярҙам бүлегендә кешеләрҙең ғүмере өсөн көрәшә. Улдары Азамат ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтһа, Айҙар армияға ошо араларҙа юлланасаҡ. Вәсилә Белоретта туризм серҙәренә өйрәнә, ә кинйәләре Әлиә балалар баҡсаһына йөрөй.
Илфат Юлай улы кеүек үҙ эшенең ысын оҫталары, еребеҙҙең ҡәҙерен белгән ир-уҙамандар барҙа, урмандарҙың йәме лә, солоҡсолоҡ кәсебе лә юғалмаҫ.