

Филиә Йәһүҙина был ойошмала биш йылдан артыҡ эшләй. Һөнәрселек колледжын тамамлағандан һуң ашхананың буфетына эшкә урынлаша. Унан һауыт-һаба йыуыуға күсә.
-Тәүге тапҡыр икмәкте 5-се класта уҡығанда бешерҙем. Әсәйем колхозда эшләй ине, ул һыйыр һауыу аппаратын йыйып-ҡороу буйынса ярышҡа киткәйне. Өйҙә икмәк бөткән. Өҫтәлдә икмәк булмаһа, донъя бөткәндәй тойола бит инде. Күршеләрҙән инеп һорап ҡараным, береһе яңы әсеткән, икенсеһендә үҙҙәренә ярты таба ғына икмәк ҡалған. Аптырап тормай, үҙем бешерергә булып киттем. Әсәйҙең ҡамырға нимәләр һалғанын, ҡамырҙы нисек баҫҡанын күҙ алдына килтерҙем дә, уға оҡшатып, өс тапҡыр күптереп сығарып, икмәк бешереп алдым. Тик үҙем тәүге бешергән икмәгемде ашай алманым, каникулға икенсе ауылға алып ҡайтып киттеләр. Былай тәмле булған тинеләр. Әле лә өйҙә шул әсәйемдән өйрәнгәнсә бешерәм.
Бында һауыт-һаба йыуып йөрөгәндә, икмәк бешереүсе апайҙар ауырып киткәс, этеп-төртөп тигәндәй икмәк бешерергә индереп ебәрҙеләр. Тәжрибәһеҙ булһам да, тәүгеһе үк яҡшы беште. Унан апайҙар шәбәйеп эшкә сығып, белмәгән ерен өйрәтеп ебәрҙеләр. Бүтән ҡамыр ризыҡтарын бешерергә Өфөнән килеп уҡыттылар, - ти ул.
Бөгөнгө көндә Филиә аҡ икмәктән тыш, батон, күмәс, ромашка, ватрушки, печенье, рогалик, асыҡ ауыҙ, төрлө бәлештәр, талҡан икмәге, бер нисә төрлө ҡара икмәкте оҫта бешереүсе.
-Икмәкте кистән әсетеп ҡайтабыҙ. Иртәнсәк таңғы сәғәт 5-тән килеп баҫабыҙ. Шуныһы рәхәт, ҡамыр баҫыу автоматлаштырылған. Ингредиенттарҙы самалап һалырға ғына кәрәк. Мейестә 40 минут бешерәбеҙ. Иртәнге сәғәт 10-да эҫе генә әпәкәйҙәр һатыуға сығып та ята.
Бер партия икмәкте бешереүгә 3 сәғәт тирәһе ваҡыт китә. Көнөнә 3 тапҡыр 125-әр икмәк һалып алабыҙ. Ҡайһы берҙә ныҡ маҡтап ташлаһалар, уңмай ҙа китә, - тип йылмая Филиә.
Филиә Йәһүҙина ҡамырҙы изге теләктәрен әйтеп, күңел йылыһын ҡушып баҫа, шуға ла ул бешергән ризыҡтар һәр ваҡыт күпереп уңа. Оҫта икмәк бешереүсе артабан да район халҡын тәмле икмәк менән ҡыуандырып торһон, ҡулдарының көсө, күңеленең дәрте кәмемәһен.