

Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылында үгеҙ үҙенең 68 йәшлек хужаһына һөжүм иткән. Алынған йәрәхәттәрҙән ир кеше ваҡиға урынында һәләк булған.
Инцидент үткән аҙнала булған. Фажиғә көндө пенсионер үгеҙҙе кәртәгә ҡыуын индерергә маташҡан. Шул мәлдә йорт хайуаны ҡапыл хужаһына һөжүм иткән. Бындай хәлде көтмәгән ир ҡапыл ғына нимәлер эшләргә өлгөрә лә алмай ҡалған. Йәрәхәттәр арҡаһында аңын юғалтҡан ир кеше иҫенә килә алмай вафат булған.
(“Башинформ” мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде).