

Байназар урта мәктәбе уҡытыусыһы Сәйҙә Сәйәхова туғандарының шатлығы менән уртаҡлашып, Күп фунциялы үҙәктең эше тураһында фекерен белдерҙе:
"Ошо көндәрҙә район үҙәге Иҫке Собханғолда Ҡолғана ауылында йәшәүсе бер туған һеңлем, МХО яугиры әсәһе Венера Ғәбдинур ҡыҙы менән уның ҡыҙы Эльмираны осраттым. Шул тиклем ныҡ ҡыуанғандары йөҙҙәренә сыҡҡан ине. Бушҡа түгел икән: 14 йәш тулғас, кеше ғүмерендәге иң ҡыуаныслы иҫтәлекле ваҡиға - Эльмира ҡыҙым күп функциялы үҙәк етәксеһе Айгөл Әнүәр ҡыҙы Ишбулатова ҡулынан паспорт алған! Ул - Ҡолғана мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.
Ысынлап та, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең Иҫке Собханғол бүлексәһе мөдире, һәр саҡ мөләйем Айгөл Әнүәр ҡыҙы һәм унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәр халыҡ ышанысын күп яҡлы хеҙмәттәр күрһәтеп яулағандар.
Был ойошмаға документтар менән бәйле ниндәй генә эш килеп сыкһа ла мөрәжәғәт итәбеҙ. Күп функциялы үҙәктең тырышлыҡтары, күрһәткән хеҙмәттәре халыҡ өсөн бик кәрәкле, уңайлы, өҫтөнлөклө.
Бында бер килеүҙә генә лә бөтә мөһим документтарға заявка бирергә мөмкин.
Кем булһа ла, был үҙәк артыҡ бер нәмә лә талап итмәй һәм кәрәкле ҡағыҙҙарҙы рәсмиләштереү процестарын оҙаҡҡа һуҙмай эшләп биреп тә ҡуя, үтә ныҡ хәлде алырҙай сират булдырырға ла тырышмайҙар, тип ҡыуана.
Халыҡ мәнфәғәттәре өсөн тырышып эшләгән ойошма етәксеһе Айгөл Әнүәр ҡыҙы Ишбулатованың һәм хеҙмәткәрҙәренең яуаплы эштәрендә ҙур уңыштар, ғаиләләренә именлек, ныҡлы һаулыҡ юлдаш булһын, халыҡ исеменән ҙур рәхмәт".
Эйе, рәхмәтле булып, рәхмәт әйтеп йәшәү – үҙе бер шатлыҡ. Ошондай шатлыҡтарҙы көн дә кисереп йәшәйек!