Йәмғиәт
13 Октября , 12:05

10 балалы әсә килен төшөрҙө

10 балалы ғаиләләге кинйә егет кәләш алды!

Добавить в предпочтительные источники Google
10 балалы әсә килен төшөрҙө10 балалы әсә килен төшөрҙө
10 балалы әсә килен төшөрҙө

 Башҡорт халҡының изге йолаларының, алтын ҡомартҡыларының береһе - киленгә һыу юлы күрһәтеү.
Ауылыбыҙҙа тағы бер йәш ғаилә артты.  Ауылыбыҙҙың хөрмәтле ағинәйе, Герой-әсә Сәлимә Мөхәмәтҡужа ҡыҙы Ишҡолова кинйә улына килен алды.
Кеше яҙмыштары төрлө-төрлө. Әҙәм балаһы тәҡдир ҡушҡандарҙы кисерә...
Йәшләй генә яңғыҙ ҡалып, Сәлимә апай 10 балаһән яңғыҙ үҫтерә.
Яңғыҙ ҡалған, күпте күргән, күпте кисергән, ләкин бирешмәгән... Донья йөгөн үҙ иңенә алып, балаларым, тиеп өҙөлгән. 40-ҡа ярылһала ярылғандыр, әммә тырышҡан ул барына. Һәр балаһын уҡытып, кеше итеп сығарған ул тормош юлына. Бына инде кинйәһенә туй үткәрә.
Йәш ғаиләгә ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре "Килен ҡаршылау", " Һыу юлы" йолаларын үткәреп, “Мөхәббәтле, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы үтергә яҙһын, ҡорған ғаиләгеҙ ныҡ булһын, ауылыбыҙҙың киләсәге һеҙҙең ҡулда!” - тип матур теләктәрен еткерҙеләр.
Ошондай күркәм йолаларыбыҙ онотолмаһын, йәштәр тормошонда бер тапҡыр ғына була торған, мәңге иҫтә ҡалырлыҡ йәшлек туйҙары матур хәтирә булып ҡалһын. Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

Сығанаҡ: https://vk.ru/id528098416

10 балалы әсә килен төшөрҙө
10 балалы әсә килен төшөрҙө
10 балалы әсә килен төшөрҙө
10 балалы әсә килен төшөрҙө
10 балалы әсә килен төшөрҙө
10 балалы әсә килен төшөрҙө
10 балалы әсә килен төшөрҙө
10 балалы әсә килен төшөрҙө
Автор:Тансылу Багаутдинова