

1 февралдә түләүҙәр, 2026 йылдағы инфляция кимәленән сығып, 6,8 процентҡа арта, тип хәбәр итә «РИА Новости. 1 апрелдә Социаль фонд тарафынан 3,3 процентҡа индексацияланасаҡ.
Дөйөм алғанда, 37,5 миллион рәсәйленең пенсияһы артасаҡ.
1 февралдән шулай уҡ башҡа 40-тан ашыу социаль түләүҙәр ҙә индексацияланасаҡ. Йәшәү минимумы күләме һәм уға бәйле бөтә пособиелар ҙа инфляция кимәленә ҡарата арттырыласаҡ.
Бынан алда Әсәлек капиталын индексациялау тураһында хәбәр иткәйнек. Беренсе бала өсөн түләү 778 мең һумға тиклем артасаҡ, әгәр ҙә ғаилә быға тиклем был Әсәлек капиталын алмаған булһа, икенсе бала өсөн түләү бер миллион һумдан ашып китәсәк.
"Башинформ"дан.