Йәмғиәт
8 Октября , 06:15

Республикала 100 йәште үткән 300 тирәһе кеше йәшәй

Йөҙйәшәрҙәрҙең иң олоһона 108 йәш тулған. Һеҙ һүрәттә күргән Оренбуркина Александра Андреевна - шуларҙың береһе. Ул Бөрйәндә йәшәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала 100 йәште үткән 300 тирәһе кеше йәшәйРеспубликала 100 йәште үткән 300 тирәһе кеше йәшәй
Республикала 100 йәште үткән 300 тирәһе кеше йәшәй

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса Бүлексәһе бөгөнгө көнгә 1 миллион 123 меңдән артыҡ пенсионерҙы хеҙмәтләндерә. Ағымдағы йылда пенсиялар түләү өсөн 240 миллиард һумдан артығыраҡ сумма йүнәлтелгән.

Пенсионерҙар араһында 300-ҙән күберәк кеше бер быуатлыҡ юбилейҙарын, йәғни 100 йәштәрен билдәләгән. Уларҙың иң олоһона 108 йәш тулған. 80 йәштән 90 йәшкә тиклемге пенсия алыусылар – 88 мең кешенән артығыраҡ. 90 йәштән 100 йәшкә тиклемге пенсионерҙарҙың һаны 18 меңдән үтеп киткән.

Сығанаҡ: Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Тансылу Багаутдинова