

-Бөгөнгө сара ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең, шәхси хужалыҡтарҙың, ойошмаларҙың уңыштарын сағылдыра, ҡаҙаныштарын барлай. Айырым уңыштарға өлгәшеүсе райондаштарҙы тәбрикләргә йәнә бер мөмкинлек бирә. Бөгөнгө сараны ойоштороуға күп көс һалған ойошмаларға, хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тине Айнур Миңлеғәле улы.
“Атайсал” проектын үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө, әүҙемлеге өсөн Шәрипов Ришат Булат улы, Шәһивәлиев Фаил Шәкир улы, Юлсурин Айнур Әхәт улы, Зәйнуллина Нурия Вәзир ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаевтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.
Бер төркөм райондаштар намыҫлы хеҙмәте, һөнәри оҫталығы, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, райондың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам ойоштороуҙа әүҙем булғаны һәм ҙур өлөш индергәне өсөн район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдылар.