Йәмғиәт
7 Октября , 09:40

Радий Хәбиров Владимир Путинды тыуған көнө менән ҡотланы

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, дәүләт башлығы Владимир Путин Башҡортостанға ҙур иғтибар бүлә. Уның ярҙамы менән мөһим социаль һәм инфраструктура объекттары төҙөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Владимир Путинды тыуған көнө менән ҡотланыРадий Хәбиров Владимир Путинды тыуған көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Владимир Путинды тыуған көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барлыҡ күп милләтле республика халҡы исеменән Рәсәй Президенты Владимир Путинды тыуған көнө менән ҡотланы.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, дәүләт башлығы Владимир Путин Башҡортостанға ҙур иғтибар бүлә. Уның ярҙамы менән мөһим социаль һәм инфраструктура объекттары төҙөлә.

 “Мәктәптәрҙе тәртипкә килтерәбеҙ, юғары белемде һәм фәнде үҫтерәбеҙ, яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары һәм спорт үҙәктәре асабыҙ. Һәм былар өсөн уға рәхмәтлебеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Башҡортостан илдең терәк төбәге булды һәм шулай булып ҡаласаҡ. Бөтә республика менән беҙ Президенттың ҡарарҙарын хуплайбыҙ. Ябай булмаған осорҙа беҙҙең яҡташтар Ватанды һаҡлай. Барлыҡ ил менән бергә беҙ буласаҡ Еңеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ – беҙҙең халыҡ, сәнәғәт, барлыҡ республика шуның хаҡына хеҙмәт итә.

Фронтҡа ярҙам итеп, социаль-иҡтисади үҫеш, социаль йөкләмәләрҙе үтәү, ғаиләләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү, уларҙың именлеге тураһында ла онотмайбыҙ. Был да  алға ил башлығы ҡуйған бурыстарҙың береһе. Уларҙың барыһын да беҙ мотлаҡ рәүештә үтәйәсәкбеҙ.

Оло ихтирамға лайыҡ Владимир Владимировичҡа ихлас күңелдән оҙаҡ йылдарға ныҡлы сәләмәтлек, Рәсәй хаҡына яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр теләйем!”

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова