

2026 йыл - Ҙур һәм татыу ғаилә йылы оҙаҡ йылдар Яңы Монасип мәҙәниәт йортонда эшләүсе Ҡыуандыҡовтар ғаиләһе өсөн юбилей йылы булды.
Йәмле май айында Рәис Афзал улы үҙенең 60 йәшлек, ә сентябрҙа Венера Ғәйнелғилем ҡыҙы 55 йәшлек ғүмер байрамдарын билдәләнеләр. Юбилейҙар шатлығына тағы бер ҙур ҡыуаныс өҫтәлде, улар ейәнле һәм ейәнсәрле булып, олатай-өләсәй дәрәжәһенә күтәрелделәр.
Мәҙәниәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән Ҡыуандыҡовтар ауылдың мәҙәниәтен үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың матур йолаларын, рухи ҡомартҡыларын тергеҙеү һәм һаҡлауға, ауылдаштарҙың, бигерәк тә йәш балаларҙың һәләттәрен асыуға, уларҙың төрлө яҡлап үҫеүенә, ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙ йөҙөн булдырыуға, уның материаль базаһын байытыуға, ауылдың мәҙәни тормошон йәнле, сағыу итеүгә ҙур өлөш индергән үҙ эшенең оҫталары булып танылдылар.
Рәис Афзал улының тырыш хеҙмәте БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты, БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙары, "Үҙ һөнәремдең оҫтаһы" исеме һәм тағы ла күп һанлы бүләкләүҙәр менән баһаланған.
Венера Ғәйнелғилем ҡыҙы оҙаҡ йылдар фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн БР мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты, район мәҙәниәт бүлегенең күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәре, БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" төбәк йәмәғәт
ойошмаһының Рәхмәт хаттары менән наградланған.
Ғаиләлә биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе улар. Балалары бөтәһе лә йыр- моңға ғашиҡ. Оло улдары Русландың йыр сәнғәте буйынса уңыштары бихисап. Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Руслан Рәис улы "Ирәндек моңдары", "Яҙғы тамсылар", "Йәшәй әле башҡорт моңдары", "Башҡорт йыры" конкурстарында еңеүҙәре менән республика кимәлендә ҙур билдәлелек яуланы.
Ирле- ҡатынлы Ҡыуандыҡовтар үҙҙәре лә һәр төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булып, тамашасыларҙың һөйөүен һәм ихтирамын яулауға өлгәштеләр.
Рәис Афзал улы һәм Венера Ғәйнелғилем ҡыҙы! Һеҙҙе оло юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, әүҙем тормош позицияһы, оптимистик кәйеф теләйбеҙ. Әлеге эшләп йөрөгән эштәрегеҙ уң булһын.
Һеҙгә бәхет, изгелек, именлек һәм балалар бәхете!
Сығанаҡ: https://vk.ru/club240752013