Йәмғиәт
6 Октября , 10:50

Үәт, исмаһам, оҫта!

Оҫтаның ҡулы уртаҡ, тиҙәр бит. “Пушкин картаһы” проекты сиктәрендә Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары класс етәкселәре Нәсимә Сабир ҡыҙы Салауатова етәкселегендә  үҙенең оҫта ҡулдары менән ағастан хайран ҡалмалы  әйберҙәр эшләүсе ауылдаштары Ильяс Мәхмүтдин улы Муллағоловтың ижад майҙансығына ҡунаҡҡа барҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үәт, исмаһам, оҫта!Үәт, исмаһам, оҫта!
Үәт, исмаһам, оҫта!

Оҫтаның ҡулы уртаҡ, тиҙәр бит. “Пушкин картаһы” проекты сиктәрендә Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары класс етәкселәре Нәсимә Сабир ҡыҙы Салауатова етәкселегендә  үҙенең оҫта ҡулдары менән ағастан хайран ҡалмалы  әйберҙәр эшләүсе ауылдаштары Ильяс Мәхмүтдин улы Муллағоловтың ижад майҙансығына ҡунаҡҡа барҙы.

Уҡыусылар Муллағоловтың ижад  иткән урынына барып инеү менән ҡул менән иҫ китмәле әйберҙәр эшләп була икәненә һоҡланып, үҙҙәре лә ошо илаһи ижад донъяһына сумды: ағастан юнып эшләнгән уйынсыҡтарҙы, аш-һыу бүлмәһе өсөн таҡталарҙы, башҡа предметтарҙы - әҙер әйберҙәрҙе бик ҡыҙыҡһынып ҡаранылар

Ильяс Мәхмүтдин улы ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды, ҙур булмаған экскурсия ойошторҙо һәм бындай эштәр өсөн ағасты нисек әҙерләүе, ағастың ниндәй төрҙәре менән эшләүе, ниндәй ысулдар ҡулланыуы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

Балалар ағас эшкәртеү станоктарын ҡараны, әҙер әйберҙәрҙең үҙенсәлеген һаҡлау һәм уларҙы тағы ла баҙығыраҡ итеү йәки уларҙы яһалма рәүештә иҫкерәк итеп күрһәтеү өсөн ниндәй буяуҙар ҡулланылыуы тураһында белде.

Уҡыусылар ҡул эшәтре оҫтаһына ҙур рәхмәттәр әйтеп таралышты.

Был балалар араһында ла, бәлки, киләсәктә ағас эштәренә күңел һалыусылар булыр. Малайҙарҙың оҫтаның эштәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарауы шуға ишара. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ!

Сығанаҡ: https://vk.ru/club74611481

Үәт, исмаһам, оҫта!
Үәт, исмаһам, оҫта!
Үәт, исмаһам, оҫта!
Үәт, исмаһам, оҫта!
Үәт, исмаһам, оҫта!
Үәт, исмаһам, оҫта!
Үәт, исмаһам, оҫта!
Үәт, исмаһам, оҫта!
Үәт, исмаһам, оҫта!
Үәт, исмаһам, оҫта!
Үәт, исмаһам, оҫта!
Автор:Тансылу Багаутдинова