

Кейеҙ баҫыу - боронғо кәсеп. Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, күптәнге ниәттәрен тормошҡа ашырып, ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ - кейеҙ баҫыу йолаһы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргәндәр. Сөнки халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре шулай быуындан-быуынға күсеп, беҙҙең көндәргә килеп еткән.
- 10-сы синыфта уҡыусы ҡыҙҙар был тәҡдимгә ихлас ҡушылды. Үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашырға ауылыбыҙ ағинәйен - Ибәтуллина Хәсибә инәйҙе саҡырҙыҡ.
Кейеҙҙең файҙаһы, ҡайҙа, нисек ҡулланып булыуы тураһында бик күп мәғлүмәт алдыҡ.
Кейеҙ көнкүрештә, малсылыҡта киң ҡулланылған. Бәләкәй балаларҙың аҫтына аҡ кейеҙ түшәлгән. Урманға эшкә барғанда ла түшәргә кейеҙ алып сығыр булғандар. Йөн, сайыр еҫенә йылан килмәй тигән ышаныуҙар булған. Йәш киленгә бирнә итеп аҡ кейеҙ, сергетыш биреп оҙаткандар. Аҡ төҫ - тыныслыҡ, өмөт, аҡлыҡ, сафлыҡ төҫө һыналған.
Кейеҙ баҫыу барышында нисек йөндө тигеҙ итеп һалырға, баҫырға, ниндәй биҙәктәр менән биҙәргә өйрәнеп ҡайттыҡ.Ҡыҙҙарыбыҙ ихлас ҡатнаштылар, - тип хәбәр итәләр https://vk.ru/club174223413 төркөмөндә.
-Кейеҙ баҫыу — башҡорт халҡының боронғо кәсебе. Үҫеп килеүсе йәш быуын уны онота барһа, Хәсибә инәй, Нәзифә апай кеүек оҫталар арҡаһында был һөнәр йәнләнә, йәш быуынға тапшырыла.
Уҡыусылар үҙ ҡулдары менән кейеҙ баҫты, серҙәрен өйрәнде. Бындай дәрестәр — халҡыбыҙҙың мираҫын һаҡлауҙың иң матур юлы. Бай йөкмәткеле оҫталыҡ дәресе үткәргән Хәсибә инәйгә һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - тип тә өҫтәйҙәр https://vk.ru/abdulmambet_school төркөмөндә.
Халҡыбыҙҙың аҫыл кәсептәренең береһен – кейеҙ баҫыуҙы йәш быуынға еткереүсе Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, ауыл ағинәйе Хәсибә Ибәтуллинаға. Был һөнәргә күңел һалыусы уҡыусы ҡыҙҙарға афарин!