

Нияз Ибраһимов тәжрибәле туроператорҙарҙың береһе. Ул – Кейекбай ауылы егете. Мәктәпте тамамлағас, 132-се һөнәрселек училищеһында тракторист - машинист һөнәренә уҡый, шулай уҡ «В» һәм «С» категориялы водитель танытмаһына эйә була. Әрме сафтарынан йөрөп ҡайтҡас, такси хеҙмәтендә эшләй. Бер аҙҙан буласаҡ тормош иптәше Юлиәне осратып, ғаилә ҡоралар. Йәш ғаилә Сибайҙа, унан Өфө ҡалаһында йәшәй. Улдары Тимур тыуғас, Бөрйәнгә ҡайтып төпләнәләр. Йорт төҙөү менән бер рәттән йәштәр йомшаҡ йыһазды химик таҙартыу буйынса эш асып ебәрә. Күп тә тормай, Нияз Байегет улы туризм йүнәлеше буйынса үҙен һынап ҡарарға була. Иң башта МТЗ тракторының арбаһына кешеләр тейәп Мәсем тауына турҙар ойоштора башлай. Унан бортлы ЗИЛ автомашинаһын ҡулайлаштырып эшләп алып, шуның менән туристарҙы тауға экскурсияға йөрөтә.
-Башлыса Мәсем тауына турҙар ойоштороу менән булышам. Кейекбайҙан Мәсемгә тиклем юл 2 сәғәтлек. Унда туристарҙы Тәҙрә ташына, Ҡыҙҙар ташына, Мәсем ташына алып барам. Тауға ҡағылышлы төрлө легендаларҙы һөйләйем. Мәғлүмәттәрҙе оло кешеләрҙән һорашам, китаптар уҡыйым.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, Мәсем хан ете ырыуҙың башлыҡтарын берләштереүсе хан булған. Ул шул тауҙа ерләнгән, тик ҡәберлеге ҡайһы ерҙә икәне әлегә билдәһеҙ.
Был тау изге тау булып һанала. Йыл һайын унда хәҙрәттәр йыйылып, зекер әйтәләр, доғалар уҡыйҙар. Былтыр улар менән бергә билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев килгәйне. Ул тау башында ҡурай ҡырҡып алып, эшләп, “Урал” көйөн уйнаны.
Боронғолар әйтеүенсә, тауҙан бер нәмә лә алып ҡайтырға ярамай. Бер ваҡыт Берлектән бер ағай боронғо тәңкә табып алып ҡайтҡан. Күп тә үтмәй, тауҙан ел төшөп, мунсаһынмы, ҡураһынмы емергән, тип һөйләйҙәр. Тимәк, тауҙың хужаһы бар.
Мәсемдә иҫтәлекле урындар бик күп. Тәбиғәт иҫ китмәле. Шуға ла ул маршрут туристар араһында киң ҡулланылыш таба башланы. Сит яҡтағы туроператорҙар менән бәйләнеш булдырғанмын, улар теләүселәрҙе йыйып алып киләләр. Әлегә тиклем республиканың төрлө райондарынан тыш, Екатеринбург, Ижевск, Удмуртия, Пермь, Ырымбур, Силәбе яҡтарынан килгәндәре бар. Улар араһында йыл һайын килеүселәр ҙә осрай. Теләктәренә ҡарап, туҡланыу ҙа ойошторам. Ял итеүселәр тәбиғәткә һоҡланып, фотоға төшөп йөрөгәнсе үләнле сәй әҙерләйем, былау бешерәм. Һөт, ҡаймаҡ, эремсек кеүек ризыҡтарҙы ауыл халҡынан һатып алабыҙ. Ҡымыҙ менән һитә балын күрше райондарҙан алдырам.
Кешенең күләме менән түгел, эштең сифаты менән алдырырға тырышам. 50 кешене аслы-туҡлы йөрөтөп ҡайтҡансы, 15 кешене яҡшы итеп ашатып, башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеп, күңелдәрен табыу отошло. Сөнки тәүгеләре икенсе юлы һиңә мөрәжәғәт итмәйәсәк. Ә сервис юғары кимәлдә булһа, улар үҙҙәренең туғандарына, дуҫтарына һөйләйҙәр, тәҡдим итәләр. Шулайтып клиенттар ҙа күбәйә. Турҙар хаҡы кеше һанына, маршрут оҙайлығына һәм өҫтәлмә хеҙмәттәргә ҡарап билдәләнә, - ти йәш эшҡыуар.
Бөгөнгө көндә Мәсемгә тур ойоштороу миҙгелле эш булыуын иҫәпкә алып, йәйге осорҙа Ағиҙел буйлап ағыҙыу менән шөғөлләнә башлай ул. Арендаға ер алып, туҡталҡа, мунса эшләп ҡуя.
-Иҫке Собханғол-Мәндәғол, Мәндәғол-Шүлгәнташ маршруты буйынса бер һәм ике көнлөк турҙар бар. Шулай уҡ туристарҙы машиналары менән килеп туҡтаған ерҙән барып алыу йәки алып барып ҡуйыу кеүек хеҙмәт күрһәтәм. Эште башлап киткәндә атайым менән бергә йөрөй инек, хәҙер ҡустыларым ярҙам итә. Хатта 2-се класта уҡыусы улым да инструктор булғаны бар.
Әле башҡараһы эштәр күп – туристарҙы районда булған мәмерйәләр менән таныштырыу, Баҙал тауына тур асыу кеүек идеялар бар. Яңыраҡ Айғыр тауына йөрөтә башланыҡ. Хәҙер әүҙем ял, бигерәк тә тауҙарға менеү ҙур популярлыҡ ала. Шуға мөрәжәғәт итеүселәр күбәйгәндән күбәйә.
Быйыл дәүләт ярҙамы алып ҡыуандым – адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса 350 мең һум аҡса сыҡты. Уға өҫтәлмә ҡоролмалар һатып алдым. Әлбиттә, бөтә эш тә ҙур тырышлыҡ талап итә. Минең бөтә башланғыстарымды иң беренсе ғаиләм күтәреп ала, - ти Нияз Байегет улы, ғорурланып.
Эшҡыуарҙың төп терәге – уның тормош иптәше. Туристарҙы Ағиҙел буйлап ағыҙғанда һәм тауға поход ойошторғанда ла Юлиәнең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Унан тыш, Юлиә Йомағол ҡыҙы йомшаҡ йыһаздарҙы химик таҙартыу буйынса курстар үткәрә. Унда уҡып, сертификат алған ике ғаилә Учалыла һәм Баймаҡта уңышлы эш алып бара. Әле ул ҡолаҡ тишеү, пирсинг эшләү буйынса үҙ эшен асҡан. Уңған ғаилә Мәндәғол ауылында йорт һалып сыҡҡан. Улдары Тимур Иҫке Собханғол мәктәбендә - икенсе, ҡыҙҙары Элина беренсе класта уҡый.
Ибраһимовтарҙың ғаилә бизнесы тыуған яҡтың туристик мөмкинлектәрен танытыуға ҙур өлөш индерә. Улар ҡунаҡтарға райондың тәбиғәтен яҡындан күрергә, уның матурлығын тойорға һәм яңы урындар менән танышырға ярҙам итә. Ошондай тырыш, әүҙем, маҡсатлы йәштәрҙең эшмәкәрлеге киләсәктә Бөрйәнде илебеҙҙең иң йәлеп иткес туристик төбәктәренең береһенә әйләндерәсәгенә шик юҡ.
А.МӨХӘМӘТЙӘНОВА.