Йәмғиәт
24 Сентября , 12:15

Булдыҡлы ғаилә – ауыл киләсәге

Аҫҡар ауылында йәшәүсе Марсель һәм Таңһылыу Зәйнетдиновтар, йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, күптәргә үрнәк булырлыҡ матур ғаилә булып танылғандар. Улар хаҡында уңған, тырыш, бар ергә лә өлгөрҙәр тип һис яңылышмай әйтергә булалыр.

Булдыҡлы ғаилә – ауыл киләсәгеБулдыҡлы ғаилә – ауыл киләсәге
Булдыҡлы ғаилә – ауыл киләсәге

Хыялдан – ысынбарлыҡҡа

Зәйнетдиновтар ауылдаштарын сифатлы икмәк менән ҡыуандыра.

Ҡамыр еҫе аңҡып торған цехта эш ҡайнай. Мул табындарҙың, байрамдарҙың төп ризығы - икмәк бында көн дә бешерелә.

-Беҙ был хыялыбыҙҙы 2018 йылда уҡ күңелебеҙгә һалып ҡуйғайныҡ. Тик ул саҡта ниндәйҙер сәбәптәр менән туҡтап ҡалдыҡ. Әммә уйыбыҙ тынғылыҡ бирмәне. Әлбиттә, эште башлап ебәреү еңелдән булманы. Шулай ҙа, йөрьәт итеп тотонғас, Аллаһҡа шөкөр, яйға һалып ебәрҙек, эшебеҙҙең асылына төшөндөк, - ти изге ниәттәрен тормошҡа ашырыусы йәштәр.

Таңһылыу аш-һыуға оҫта. Быға тиклем дә ул өйҙә заказ буйынса төрлө тәмлекәстәр бешерә ине. Ә Марсель мәктәптә хужалыҡ эштәре мөдире, унан КФХ етәксеһе булған. Йәш ғаиләгә афарин тип кенә әйтергә ҡала – улар ауылда эш юҡ, тип аптырап тормаған, үҙ көстәре менән буш торған бинаны икмәк бешереү цехы итеп яраҡлаштырып, ең һыҙғанып эшкә тотонған.

Цехта көнөнә 75-80 берәмек икмәк, унан тыш, төрлө ҡамыр ризыҡтары бешерелә.

Әйткәндәй, быйыл йәштәр үҙ магазиндарын да асыуға өлгәшеп, сифатлы аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙары менән дә уңышлы һатыу итәләр. Икмәк магазинға оҙатылмаҫ элек, ауылдаштары цехҡа килеп тә йылылай ғына килеш һатып ала. Шулай уҡ килешеү нигеҙендә ике йыл дауамында күрше Исламбай ауылы магазинына, мәктәбенә һәм балалар баҡсаһына икмәк ташыйҙар.

Ауыл халҡы, айырыуса яңғыҙ йәшәгән, йә оло йәштәгеләр икмәкте ҡыуанып һатып ала. “Бигерәк тә йәйгелек кеше рәхәтләнеп алды. Эҫе көндәрҙә, бесән мәлендә икмәкте көтөп кенә торҙолар”, - тиҙәр исламбайҙар.

Ярҙамсыларҙан уңдыҡ

Ауыл тормошона яңы һулыш өргән шәхси эшҡыуар Марсель Абдулкәбир улы һәм Таңһылыу Нәғим ҡыҙы Зәйнетдиновтарҙың уңышында яҡындарының роле баһалап бөткөһөҙ.

-Ярай әле, эргәлә беҙҙе аңлаған, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кешеләребеҙ бар. Ҡайным менән ҡәйнәм, ҡәйнештәр беҙгә ҙур терәк-таяныс. Дуҫтарыбыҙ, туғандарыбыҙ, Аллаға шөкөр, ярҙам итергә әҙер торалар. Шунһыҙ мөмкин дә түгелдер, - ти Таңһылыу, яҡындарына рәхмәтен белдереп.

Бер эш тә яңғыҙ ҡул менән генә алға бармай. Йүнсел йәштәр ауылдаштары Румия Ишдәүләтова менән Заһиҙә Хәйбуллинаны эш менән тәьмин иткәндәр.

-2018 йылда Өфөнән ауылға күсеп ҡайттыҡ. Балалар саф һауа һулаһындар, тәбиғәттә үҫһендәр, тип теләнек. Үҙем Мәсетле районынанмын. Май айынан эшләй башланым. Барыһына ла ризамын, график та уңайлы – таңғы 7-нән төшкә тиклем генә эшләйбеҙ. Эшкә сыҡҡансы өйҙә лә бешеренә инем, - ти икмәк һалыусыларҙың береһе Румия Ишдәүләтова.

Киләсәккә пландар ҙур

Зәйнетдиновтарҙың тағы бер уй-ниәттәре тормошҡа ашып килә. Улар ауылдың күркәм урынында 100-120 кешегә иҫәпләнгән 131 квадрат метрлыҡ бина күтәргән. Был йорт күмәк саралар - туйҙар, юбилейҙар, осрашыуҙар үткәреү өсөн уңайлы буласаҡ.

-Буласаҡ банкет залын май айында һала башлағайныҡ, Алла бирһә, сентябрь аҙаҡтарына тамамларға иҫәп тотабыҙ. Был беҙҙең өсөн генә түгел, бөтә ауыл халҡы өсөн ҙур бүләк булыр тип уйлайбыҙ, - тип пландары менән уртаҡлашты йәштәр.

Балалары - бәхеттәре

Татыу ғаиләлә яратылыу һәм наҙға сорналып дүрт бала үҫә. Әҙиләгә – 14, Әмирханға - 12, Фатимаға - 8, Сәмирханға 2 йәш. Улар ата-әсәйҙәрен ҡыуандырып, яҡшы уҡыйҙар, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашалар.

Ауылдаштары хуплауында

“Марсель менән Таңһылыу үҙ эштәрен асып, бар ауылдаштарын ҡыуандырҙылар. Уларҙың сауҙа нөктәһендә аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәк-яраҡтың барыһын да тигәндәй табырға була, ассортимент бик бай. Ә хуш еҫле икмәктәре һәм күп төрлө тәмлекәстәре менән йыл әйләнәһенә ауыл халҡын тәьмин итәләр. Шулай уҡ ауылыбыҙҙа ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уларҙың тырышлығы менән төрлө байрам тантаналары өсөн матур бина ҡалҡып сыҡты.

Бик егәрле, эшлекле, күркәм холоҡло Зәйнетдиновтар ауылыбыҙҙа үткән төрлө сараларҙың, төҙөлөш эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәйҙәр, матди һәм физик йәһәттән бар яҡлап ярҙам күрһәтәләр.

Ауылыбыҙҙың киләсәге ошондай йәштәребеҙ ҡулында. Уларға иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ, изге эштәрендә уңыштар юлдаш булһын!” – ти ҡамыр ризыҡтарына даими заказ биреүселәрҙең береһе Фәрғизә Ғәбиҙуллина.

Тыуған ергә тоғролоҡ, егәрлелек һәм яҡындарҙың терәге менән ауылда ла матур итеп донъя көтөргә, эш урындары булдырырға һәм киләсәккә оло маҡсаттар менән йәшәргә мөмкин. Идеялары, дәрттәре менән янып торған Зәйнетдиновтарҙың тарихы - быға асыҡ миҫал. Уңыштар һеҙгә!

Ә. ЮЛСУРИНА.

Булдыҡлы ғаилә – ауыл киләсәге
Булдыҡлы ғаилә – ауыл киләсәге
Булдыҡлы ғаилә – ауыл киләсәге
Булдыҡлы ғаилә – ауыл киләсәге
Булдыҡлы ғаилә – ауыл киләсәге
Булдыҡлы ғаилә – ауыл киләсәге
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас