Йәмғиәт
24 Сентября , 04:30

Бала бәләгә тарымаһын, тиһәк...

Балалар һәм үҫмерҙәр араһында буллинг, дроппинг, мутлашыусылар тоҙағына эләгеү кеүек кире күренештәрҙең арта барыуы хәүефкә һала.

Бала бәләгә тарымаһын, тиһәк...Бала бәләгә тарымаһын, тиһәк...
Бала бәләгә тарымаһын, тиһәк...

Район хакимиәте башылғы Р. Абдуллин мәғариф хеҙмәткәрҙәре, белем биреү ойошмалары етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары, бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия вәкилдәре ҡатнашлығында семинар үткәрҙе.

 Сараның төп маҡсаты — балалар һәм үҫмерҙәрҙең тормошо һәм сәләмәтлеге өлкәһендәге хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, шулай уҡ заманса янауҙарға ҡаршы тороу механизмдарын тикшереү булды.
-Балалар һәм үҫмерҙәр араһында буллинг, дроппинг, мутлашыусылар тоҙағына эләгеү кеүек кире күренештәрҙең арта барыуы хәүефкә һала. Уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында иҫкәртеү эштәрен дауам итеп, балалар баҡсаһынан башлап, мәктәп уҡыусылары, йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып барыу мотлаҡ. Балаларҙы үҙҙәренә һәм әйләнә тирәһендәгеләргә яуаплы ҡарарға, хәүеф-хәтәрҙе танырға, күрә белергә, ябай шәхси хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, экстремаль ситуацияларҙа дөрөҫ эш итергә өйрәтергә кәрәк. Бар йәһәттән дә мәғариф системаһы, ойошмалар, ата-әсәләр менән берлектә даими эш алып барыу мотлаҡ. Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – беҙҙең төп бурыс. Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларға иғтибарлы булыуығыҙҙы, тормоштары менән ҡыҙыҡһынып тороуығыҙҙы һорайым. Балаға тейешле иғтибар биреү – мөмкин булған бәләнән иң яҡшы һаҡлау сараһы, - ти район етәксеһе.

Бала бәләгә тарымаһын, тиһәк...
Бала бәләгә тарымаһын, тиһәк...
Бала бәләгә тарымаһын, тиһәк...
Бала бәләгә тарымаһын, тиһәк...
Бала бәләгә тарымаһын, тиһәк...
Бала бәләгә тарымаһын, тиһәк...
Бала бәләгә тарымаһын, тиһәк...
Автор:
Читайте нас