

Әбделмәмбәт ауылының С. Мөхәмәтҡолов һәм Бабсаҡ урамдары араһындағы тыҡрыҡҡа юл эшләнде. Уҡыусылар мәктәпкә йөрөгән был урындан бысраҡ мәлдә, бигерәк тә ҡышҡы осорҙа, үтеүе бик ауыр ине.
-Район хакимиәте бүлгән аҡсаға тауҙы автогрейдер ярҙамында ҡырҡып, йырынды күмеп, юлды күтәртеп, тәүҙә эре таштар түгеп, өҫтөнән тигеҙләп ҡырсын түшәп ҡуйҙыҡ.
Фәһим грейдер менән юлдың платформаһын эшләп ҡуйғас, ял көндәрендә "Алағуян" ойошмаһының (И. Б. Шәмиғолов) КамАЗ карьер машинаһын һорап алып торҙоҡ. Һоҫҡоло тракторҙары менән Зөлфәр Усманов һәм Хәйҙәр Мәсәғүтов техникаларға таш тейәп торҙолар. Илһам Ғәйнуллин ЮМЗ экскаваторында ташты өйөп торҙо. Фазыл Сөләймәнов КамАЗ менән, Роберт Мәхмүтов ЗИЛ машинаһында юлға таш түктеләр. Фәһим грейдерҙа юлды тигеҙләп торҙо. Ялдың ике көнөндә юлға таш түгелеп, тигеҙләп ҡуйылды. Бер юлы Әбделмәмбәт ауылының урау юлының соҡор урындарына ҡырсын түгелеп, тигеҙләнде.
Юлды эшләүгә финанс сығанағы бүлеүҙәге ярҙамы өсөн район хакимиәте башлығы Р. М. Абдуллинға, КамАЗ үҙбушатҡыс машинаһы менән ярҙам иткән "Алағуян" предприятиеһы етәксеһе И. Б. Шәмиғоловҡа һәм юл эшләүҙә ҡатнашҡан барыһына ла Ҡыпсаҡ ауылы хакимиәте исеменән рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ, - тип хәбәр итәләр https://vk.ru/kipcak.covet төркөмөндә.