

30 сентябрь – Социаль фондтың Башҡортостан буйынса Бүлексәһендә ғаилә түләүҙәрена ғариза биреүҙең һуңғы көнө.
Башҡортостанда 43,9 мең ата-әсә дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумдан артыҡ тәшкил иткән йыл һайын бирелә торған ғаилә түләүҙәрен алды. Кемдәр Бүлексәгә был һорау буйынса мөрәжәғәт итеп өлгөрмәгән, уларҙың быны эшләр өсөн бары тик ике аҙна ғына ваҡыттары ҡалды.
Яңы ғаилә түләүҙәрен һорап йыл һайын 1 июндән 1 октябргә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ғаризаны дистанцион рәүештә Дәүләт хеҙмәте аша, күп функциялы үҙәктә (МФЦ) йәки Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенең клиент хеҙмәттәрендә бирергә мөмкин.
Түләүҙәрҙе 18 йәшкә тиклемге ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләүсе (әгәр бала уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегендә уҡып йөрөһә – 23 йәшкә тиклем) ата-әсәләр, уллыҡҡа алыусылар, опекундар һәм попечителдәр алырға мөмкин. Ғариза биреүсенең былтырғы йылда НДФЛ түләнгән һалымға эйә булыуы шарт. Бер-береһенә ҡарамай, түләүҙәрҙе ата менән әсәнең икеһе лә алырға хоҡуҡлы.
Ғаиләнең мохтажлығы комплекслы рәүештә баһалана. Мөһим критерий – ғаиләләге һәр йән башына тура килгән килем үткән йылдағы йән башына йәшәү минимумының бер ярым тапҡыр суммаһынан артыҡ булырға тейеш түгел. Башҡортостанда был күрһәткес – 23 673 һум. Рөхсәт ителгән милектең тулы исемлеге Рәсәй Социаль фонды сайтындағы “Ежегодная семейная выплата” тигән бүлектә урынлаштырылған.
Түләүҙәрҙең күләме үткән йыл өсөн түләнгән НДФЛ суммаһы менән шул уҡ килемдән 6 процент ставкаһы менән иҫәпләнгән сумманың айырмаһына тигеҙ. Бөгөнгө көнгә ғаиләгә түләүҙәрҙең максималь күләме 137 мең һум тәшкил итте.
Йыл һайын бирелә торған ғаилә түләүҙәре буйынса һорауҙар менән Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһе белгестәренә берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8–800–100–00–01 (шылтыратыу бушлай, эш графигы: дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем иртәнге 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, йомала – иртәнге 9.00 сәғәттән 16 сәғәт 45 минутҡа тиклем).
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.