

Иҫке Монасип ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа махсус хәрби операция яугирҙәре ғаиләләренә әленән-әле ярҙам күрһәтелеп тора. Ауыл хакимиәтенән тыш, депутаттар, старосталар өмәләр ойоштороп, ғаиләләрҙә ҡыуандыра.
“Ошо көндәрҙә Яңы Монасип ауылы старостаһы Әлфир Көмөшбаев яугир әсәһе Шәмсикамал Көмөшбаеваға ярҙам маҡсатында килтерелгән утынды ярып-өйөүгә өмә ойошторҙо.
Ир-егеттәр: Вәзир һәм Хәбир Әхмәтшиндар, Артур һәм Илгизәр Сәғитовтар, Фәүзи Баймырҙин һәм Сәйет Көмөшбаев Шәмсикамал инәйҙең балалары менән берлектә дәррәү генә ҡуҙғалып, эште атҡарып та ҡуйҙылар.
- Ошо эште ойоштороп, баштан аҙағынаса йөрөгән ауылыбыҙ старостаһы Әлфиргә һәм өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ир-егеттәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ, ғаиләләрегеҙ имен булһын, - ти яугир әсәһе.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә йәнә бер яугир әсәһе Гүзәл Ғәлинаға ла ярҙам ойошторолдо. Илгиз Муллағолов, Вәлит Теләүбаев һәм Раян Вәлиев тиҙ арала иҫке ҡойманы яңыртып ҡуйҙылар.
Яугир ғаиләләренә булышыу — беҙҙең берҙәмлекте күрһәтеү генә түгел, ә ысын мәғәнәһендәге гуманизм һәм ауылдаштар араһындағы ихлас мөнәсәбәттәрҙе нығытыу юлы. Берҙәм һәм бергә булайыҡ”, тип хәбәр итәләр https://vk.ru/staromunasipovo.covet төркөмөндә.