Йәмғиәт
15 Сентября , 10:55

Хеҙмәте лайыҡлы баһаланған

Был ҡаҙаныш – күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәт, юғары һөнәри оҫталыҡ һөҙөмтәһе.

Хеҙмәте лайыҡлы баһаланғанХеҙмәте лайыҡлы баһаланған
Хеҙмәте лайыҡлы баһаланған

Ғаилә хеҙмәтенең мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы Инзирә Ишморатова Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының почет таҡтаһына индерелгән.

Почет таҡтаһына индерелеү төбәктә һөнәри йәһәттән юғары кимәлдә баһаланыу билдәһе булып тора.

Был юғары наградаға Инзирә Ильяс ҡыҙы “Социаль хеҙмәтләндереү өлкәһенең иң яҡшы хеҙмәткәре” Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабында еңеүсе булараҡ лайыҡ булды.

Ул “Балалы  ғаиләләргә, шул иҫәптән сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә комплекслы ярҙамдың иң яҡшы практикаһы” тигән иң мөһим номинацияларҙың береһендә еңеү яулағайны.

Был ҡаҙаныш – күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәт, юғары һөнәри оҫталыҡ һөҙөмтәһе.

Инзирә бына тигән әсәй ҙә – тормош юлдашы менән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Бынан тыш, уны райондаштары  ҡул эштәре оҫтаһы булараҡ та белә.

Ғүмерен изге хеҙмәткә – кешеләргә ярҙам итеүгә арнаған Инзирә Ильяс ҡыҙына артабан да уңыштар насип булһын!

Т. Йыһанурова.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас