

Быйыл икенсе курста ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, Алик үҙенең тәүге ҙур халыҡ-ара еңеүен яулаған. Ул 9 августан 13 авгусҡа тиклем Көньяҡ Кореялағы Чеджу утрауында үткән KDD-2026 бөтә донъя конференцияһында ҡатнашҡан. Был сара яһалма интеллект һәм мәғлүмәтте табыу өлкәһендәге ғалимдар, инженерҙар һәм эшҡыуарҙар өсөн иң абруйлы майҙансыҡтарҙың береһе булып тора.
“Төрлө фәһемле, ҡыҙыҡлы, кәрәкле сығыштар тыңланыҡ. Был конференцияла ҡатнашыу миңә ҙур тәжрибә бирҙе, ҡайһы йүнәлештә үҫергә юл күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта Корея һәм Ҡытай илдәренең милли ризыҡтарын тәмләп, тәбиғәтен күреп, мәҙәниәтен дә төрлө яҡтан өйрәнеп өлгөрҙөк”, - тип конференциянан алған тәьҫораттары менән бүлеште Алик.
Уның уңышының сере - тырышлыҡта һәм бала саҡтағы мауығыуҙа. Алик бәләкәйҙән үк робототехника менән ҡыҙыҡһына, мәктәптә алдынғы уҡыусыларҙан һанала. Артабан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ла ул тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә, белем усағын алтын миҙалға тамамлай.
Үҙ маҡсатына табан ҡыйыу атлап фән донъяһына юл ярған талантлы Бөрйән егетенә киләсәктә лә уңыштар насип булһын!