

Өфөләге Бөрйән яҡташтар ойошмаһы юғары баһа алды
Бөрйән яҡташтар ойошмаһының эшмәкәрлеге республика кимәлендә юғары баһаланды.
Беҙҙең яҡташтар ойошмаһының төп проекттары башҡа төбәк йәмәғәт ойошмалары араһында таратыу өсөн өлгө булараҡ алынған. Ришат Хажғәле улына Рәхмәт хаты тапшырылды.
Бөрйән яҡташтар ойошмаһы етәксеһе Ришат Сабитов "Атайсал" проектының төп ваҡиғаларының береһе – бишенсе “Ватан көсө – Сила Отечества” форумы сиктәрендә барлыҡҡа килгән БР яҡташтар ойошмалары Советы составына индерелде.