Йәмғиәт
11 Сентября , 04:51

Милли кейем - оло байлыҡ

Милли кейем көнө республика Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Башҡортостанда йылына ике тапҡыр – апрелдең - өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.

Милли кейем - оло байлыҡМилли кейем - оло байлыҡ
Милли кейем - оло байлыҡ

Рәсми рәүештә Милли кейем көнө билдәләнә башлағандан алып халҡыбыҙҙың милли кейеменә генә түгел, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына ла иғтибар бермә-бер артты. Ҡала-райондарҙа милли биҙәүестәр, милли колоритта кейемдәр тегеүсе оҫталар барлыҡҡа килде. Күптәр ҡул эштәрен заманға яраҡлаштырып стилләштереүҙе хуп күрһә, боронғолоҡто һаҡлап, уны тергеҙеү яҡлы булғандар ҙа бар. Шуларҙың береһе - Байназар ауылының ҡул эштәре оҫтаһы Мәсәғүтова Наилә Ирек ҡыҙы.

-Ҡул эшен яратыуым әсәйем Әсмә Ғибат ҡыҙынан килә. Ул да бәйләргә, сигергә, тегергә оҫта булды. Ҡасан барып инһәң дә ҡулында энә-йомғаҡ булыр ине – түшәктәрҙе, диван япмаларын, ҡорамаларҙы ырғаҡлап та, тегеп тә, һырып та эшләне. Иң тәүҙә мин  түшәктәр, свитер-бишмәттәр, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләнем. “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор ансамбленә йөрөй башлағас, сәхнәгә сығырға милли биҙәүестәр кәрәк була башланы. Шуға интернет аша өйрәнеп, Әбделмәмбәттән Хәсибә Ибәтуллина, Зәкиә Муллағолова апайҙарҙың ҡул эштәренә ҡарап, ансамблдәге ҡатын-ҡыҙҙар менән бер-беребеҙгә ярҙам итеп тәүге селтәрҙе эшләнек. Был эш минең күңелемә шунда уҡ ятты һәм артабан тап Бөрйән районына хас булған милли биҙәүестәрҙе, кейемдәрҙе тергеҙеүҙе маҡсат итеп алдым, - ти ул.

Үҙенең ҡул эштәре менән  2016 йылда тәүге тапҡыр Өфө ҡалаһында үткән конкурста ҡатнаша һәм лауреат исеменә лайыҡ була. Унан һуң тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотона. Гөлсөм Хөсәйенова, Таңһылыу Ғимранова үткәргән марафондарҙа ҡатнашып, һаҡал, алмиҙеү, селтәр, хәситә, ҡашмауҙар эшләй, күлдәк-камзулдар тегә. Уларҙан тыш, алъяпҡыс, янсыҡ кеүек сигеп эшләгән әйберҙәре лә етәһе. Үҙе лә районда милли кейемгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә – бушлай оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойоштора. Етмәһә, кешеләрҙән һорашып, һандыҡ төптәрендә ятҡан боронғо ҡомартҡыларҙы табып, үҙебеҙҙең ерлеккә генә хас булған милли әйберҙәрҙе тергеҙеү өҫтөндә эшләй. 

Наилә Ирек ҡыҙы ҡул эштәре эшләүҙән күңеленә тыныслыҡ таба. Бынан өс йыл элек кенә иң яҡын кешеһен - әсәһен юғалтыу ҡайғыһын яратҡан шөғөлө менән баҫа. Әле кесе улдары МХО-ла хеҙмәт итә. Уның өсөн борсолоу-хәсрәттәрен дә ҡул эштәренә һала.

-Стилләштерелгән биҙәүестәр араһында боронғолоҡ юҡҡа сығып ҡуймаһын тип борсолам. Бүтән башҡорт райондары күптән үҙҙәренең ерлегенә ярашлы биҙәүестәрҙе тергеҙеп эшләп алды.

Беҙҙә лә үҙебеҙҙең Бөрйәнсә эшләнгән ҡашмау-селтәрҙәр менән сәхнәгә сыҡһалар, конкурстарға барғанда таҡһалар, матур ҙа, айырылып та торор ине. Шуға мин гелән эҙләнеү өҫтөндәмен. Иң беренсе Байназарҙан Бүләкбикә апай Мөхәмәтйәнованың өләсәһенән ҡалған селтәрҙе барып ҡарап, үлсәп, фотоға төшөрөп, күсермәһен эшләнем. Унан Аҫҡар ауылында һаҡланып ҡалған һаҡалды тергеҙҙем. Әбделмәмбәттә тыуып-үҫкән ғалим, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкованың бәләкәй сағындағы маңлайсаһын да эшләнем. Иҫке Собханғолда Таңһылыу Ғимранова ла марафондарҙа тап Бөрйән ерлегенә хас булған кейемдәрҙе тегергә, биҙәүестәр эшләргә өйрәтә. Ул төркөмдә башта аҙ ғына инек, хәҙер ҡыҙыҡһыныусылар күбәйҙе.

Тимер тәңкәләрҙе дрель менән үҙем тишергә өйрәндем. Интернеттан, оҫталарҙан бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алам. Элекке төймәләр, тәңкәләр, таштар кемдәлер ҡый булып ята, ә минең өсөн улар бик ҡиммәтле әйберҙәр. Бер һаҡалды эшләгәндә боронғо төймәләр эҙләнем. Мөбәрәк ағайға ингәйнем, ҡыҙы Айгөл: “Ташларға тип ултыртҡайным”, - тип күп төймәләр биреп сығарҙы. Шуларҙы ҡарап, айырып ултыра инем, араһынан аҡыҡ, боронғо аҡса килеп сыҡты. Ҡыуана-ҡыуана тегеп ҡуйҙым.

Хәҙер ауылдаштар ҙа белеп бөткән, элекке драп пальтоларын алып килеп бирәләр. Улар ошо һаҡал, селтәрҙәрҙең нигеҙе өсөн бик яҡшы.

Милли кейем көнө булдырыу бик яҡшы булды – миллилек хәҙер ныҡ популярлашты. Иң ҡыуандырғаны – балалар милли кейемдәргә битараф түгел. Мәктәпкә төрлө сараларға ҡул эштәрем менән саҡыралар, 1-4 класс балалары бигерәк ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар.

Милли кейем – ул ҡәҙерле ҡомартҡы, беҙҙең оло байлығыбыҙ. Киләсәк быуын да халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлар, “Мин башҡорт” тип милли кейемдәрен ғорурланып кейеп йөрөр тип ышанам, - ти оҫтабикә.

Милли кейем - оло байлыҡ
Милли кейем - оло байлыҡ
Милли кейем - оло байлыҡ
Милли кейем - оло байлыҡ
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас