

Бөрйәндә “Хәстәрлек поезы” акцияһы үтте
“Хәстәрлек поезы” - Башҡортостанда тормошҡа ашырылған мөһим социаль проект.
Уның маҡсаты – район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа социаль ярҙамға мохтаж кешеләрҙе асыҡлау, пенсия, инвалидлыҡ, ташламалар, дарыу менән тәьмин итеү һорауҙары буйынса һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү.
10 сентябрҙә «Хәстәрлек поезы» акцияһы сиктәрендә граждандарҙы ведомство-ара күсмә ҡабул итеү ойошторолдо. Унда Рәсәй Социаль фонды, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР буйынса медицина-социаль экспертизаның баш бюроһы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Белгестәр Ҡотан һәм Ырғыҙлы ауылдары халҡын ҡабул итте. Был ауылдар төпкөл һәм “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы булараҡ тәҡдим ителгән.
Белгестәр халыҡҡа пенсия түләүҙәре, социаль ярҙам, һаулыҡ һаҡлау, медик-социаль экспертиза, инвалидлыҡ билдәләү тәртибе, дауаланыу, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары буйынса консультациялар бирҙе.
“2024 йыл Башҡортостанда төбәк Башлығы Радий Хәбиров тарафынан “Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы” тип иғлан ителгәйне. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән проект быйыл өсөнсө йыл эшләй. Ул дәүләт органына төпкөлгә барып етеп, урындағы халыҡтың һорауҙарын үҙҙәренән ишетеү, булған проблемаларҙы күреү һәм уларҙы урында уҡ хәл итергә тырышыу мөмкинлеге бирә. “Хәстәрлек поезы” сиктәрендә 22 районда 600-ҙән ашыу кеше ҡабул ителгән”, - тип билдәләне Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының мөрәжәғәттәр һәм граждандарҙы ҡабул итеү эше буйынса бүлек советнигы Руслан Дашкин.
-Ауыл халҡы өсөн бындай сара бик уңайлы һәм мөһим. Улар өсөн урында хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләргә яуап алыу мөмкинлеге булды, - тине Ырғыҙлы ауыл хакимиәте башлығы Илвир Сәйфуллин.