Йәмғиәт
10 Сентября , 08:30

Октябрҙә республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Өҫтәмә ял көнө Республика көнөн байрам итеү менән бәйле.

Октябрҙә республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтәОктябрҙә республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә
Октябрҙә республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостан Республикаһы көнө 11 октябрҙә билдәләнә. 2026 йылда был дата йәкшәмбегә тура килә.

«Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» республика законына ярашлы, байрам һәм ял көндәре тап килһә, ял көнө унан һуңғы эш көнөнә күсерелә — был осраҡта дүшәмбе, 12 октябргә.

Шулай итеп, республикала йәшәүселәрҙе биш көнлөк эш аҙнаһында өс көн рәттән — 10 октябрҙән 12-нә тиклем (шәмбенән дүшәмбегә тиклем) ял көндәре көтә. Байрамдарҙан һуң тәүге эш көнө – 13 октябрь.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Әлфиә Әһлиуллина.

Автор:
Читайте нас