Йәмғиәт
10 Сентября , 09:25

Байназарҙа – байлыҡ байрамы!

Эйе, сәскәндәребеҙҙең, өмөтөбөҙҙө аҡлап, уңыш биреүе - ҙур байлыҡ. Матди ғына түгел, күңел байрамы ла. Байназарҙа үткән йәрминкә тап шуны дәлилләй!

Байназарҙа – байлыҡ байрамы!Байназарҙа – байлыҡ байрамы!
Байназарҙа – байлыҡ байрамы!

Эйе, сәскәндәребеҙҙең, өмөтөбөҙҙө аҡлап, уңыш биреүе - ҙур байлыҡ. Матди ғына түгел, күңел байрамы ла.

Байназарҙа үткән йәрминкә тап шуны дәлилләй!

“Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, шаулап- гөрләп Матурлыҡ көнөнә һәм Милли кейемдәр көнөнә ҡарата байрам йәрминкәһе үтеп тә китте. Халыҡ байтаҡ йыйылғайны, һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа етәһе, араларында йәштәр ҙә, ололар ҙа бар ине. Хатта милли кейемдә килеүселәр ҙә байтаҡ.

Һәр һатыусының өҫтәлендә һатыуға әҙерләгән әйберҙәренән тыш, матур гөлләмәләр ҙә бар, сөнки гөлләмәләргә, милли кейемдә килеүселәргә конкурс иғлан ителгәйне. Ниндәйе генә юҡ сәскәләрҙең, тирә-йүнгә матурлыҡ өҫтәп, йәм биреп ултыралар! Һатыу ҙа, уйын-көлкөһө лә, йыр-моң да аралашып барҙы.
Беҙҙең "Изгелек" төркөмө ирекмәндәре лә йәрминкәлә әүҙем ҡатнаштылар, уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы, оҙон-оҙон бәхетле ғүмер теләйем.
Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, үҙебеҙ һау- сәләмәт булайыҡ! Амин!” тип хәбәр итәләр https://vk.ru/club114201320 төркөмөндә.

Афарин, байназарҙар! Гел шулай уңған, берҙәм булып ҡалығыҙ!

Байназарҙа – байлыҡ байрамы!
Байназарҙа – байлыҡ байрамы!
Байназарҙа – байлыҡ байрамы!
Байназарҙа – байлыҡ байрамы!
Байназарҙа – байлыҡ байрамы!
Байназарҙа – байлыҡ байрамы!
Байназарҙа – байлыҡ байрамы!
Байназарҙа – байлыҡ байрамы!
Байназарҙа – байлыҡ байрамы!
Байназарҙа – байлыҡ байрамы!
Байназарҙа – байлыҡ байрамы!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас