Йәмғиәт
9 Сентября , 06:45

Мәктәптә этнолаборатория ойошторолдо

8 сентябрҙә Әбделмәмбәт мәктәбе Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнөн билдәләүгә ҡушылды.

Мәктәптә этнолаборатория ойошторолдоМәктәптә этнолаборатория ойошторолдо
Мәктәптә этнолаборатория ойошторолдо

8 сентябрҙә Әбделмәмбәт мәктәбе Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнөн билдәләүгә ҡушылды.

“Был тарихи дата Президент указы менән иғлан ителде, ул бөйөк шағир Рәсүл Ғамзатовтың тыуған көнөнә тура килтерелгән. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки Р. Ғамзатов ике телдә ижад итә.
Ошо уңайҙан беҙҙә бик матур этнолаборатория ойошторолдо. Балалар төрлө милләт вәкилдәренең милли кейемдәре һәм йолалары тураһында яңы мәғлүмәттәр алдылар.
Әбделмәмбәт мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ғарифуллина Сәлимә Мәжит ҡыҙының Бөрйән районына ғына хас булған милли күлдәк, ҡашмау тураһында һөйләүе уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Урыҫ, мари, татар халыҡтарының милли кейемдәре, орнаменттары, йолалары менән дә таныштылар.
Китапханасы Шәмиғолова Гөлүзә Сабирйән ҡыҙы етәкселегендә балалар төрки һәм алтай халыҡтарының боронғо традицион ризығы булған талҡанды әҙерләргә өйрәнде.
Талҡанды юҡҡа ғына «тере аҙыҡ» тип атамайҙар. Ул ифрат туҡлыҡлы, барлыҡ витаминдарҙы һәм микроэлементтарҙы һаҡлай, быуаттар дауамында кешеләргә көс тупларға ярҙам иткән.
Был көн тағы ла бер тапҡыр шуны иҫбатланы: телдәр — быуындарҙы бәйләүсе еп, ә традиция — йөрәктәр араһындағы күпер. Беҙ төрлө, ләкин бергә! Күп милләтле Рәсәйебеҙ менән ғорурланабыҙ!” тип хәбәр итәләр https://vk.ru/abdulmambet_school төркөмөндә.

Мәктәптә этнолаборатория ойошторолдо
Мәктәптә этнолаборатория ойошторолдо
Мәктәптә этнолаборатория ойошторолдо
Мәктәптә этнолаборатория ойошторолдо
Мәктәптә этнолаборатория ойошторолдо
Мәктәптә этнолаборатория ойошторолдо
Мәктәптә этнолаборатория ойошторолдо
Мәктәптә этнолаборатория ойошторолдо
Автор:
Читайте нас