

8 сентябрь "Хакимиәт көнө" сиктәрендә Байғаҙы ауыл биләмәһендә граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойошторолдо. Халыҡ менән осрашыу Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Биләмәлә башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар тураһында һөйләшеү булды.
Юлды рәтләү, юл ситендәге ағастарҙы ҡырҡыу, урамдарҙы яҡтыртыу, юл билдәләре ҡуйып сығыу, Тарыуал ауылы клубының иҙәнен яңыртыу һ.б. мәсьәләләр буйынса һорауҙар ҡаралды.
Дөйөм осрашыуҙан һуң район етәксеһе Р. Абдуллин шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте.
Сығанаҡ: https://vk.ru/ramilabdullinburzyan