

Янғын, сысҡан биҙгәге, мәктәптәрҙә туҡланыу, йылытыу миҙгеленә әҙерлек һ.б.
Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин бөгөн сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, район биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.
-Үткән аҙнала беҙҙә 1 янғын осрағы теркәлгән. Янғын сығыу сәбәптәре әле асыҡлана.
Хөрмәтле райондаштар! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам:
- йортта тәмәке тартмағыҙ;
- электр сымдарының, газ, электр ҡоролмаларының, мейестәрҙең төҙөклөгөн даими тикшереп тороғоҙ;
- электр селтәренә артыҡ көс килтермәгеҙ;
- өйҙән сығып киткәндә электр приборҙарын һүндерергә онотмағыҙ;
- ҡулдан эшләнгән электр йылытҡыстарын ҡулланмағыҙ;
- балаларҙы өйҙә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- йортоғоҙҙа янғын иҫкәртеүсе ҡоролмалар алып ҡуйығыҙ.
Үткән аҙнала сысҡан биҙгәге ауырыуы менән зарарланыуҙың 1 осрағы теркәлгән. Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцинация юҡ, шуға күрә унан хәүефһеҙлек сараларын күреп кенә һаҡланып була. Шәхси таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәү – иң яҡшы һаҡланыу сараһы. Ҡулдарҙы һабынлап йыуырға, туҙан күп булғанда тын алыу юлдарын һаҡларға, кимереүселәр зарарлаған аҙыҡты ашамаҫҡа. Ошо ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.
Район мәғариф бүлеге начальнигы мәктәптә туҡланыу ойоштороу буйынса, хәүефһеҙлеге һәм йылытыу миҙгеленә әҙерлек торошо менән таныштырҙы. Иҫке Собханғол ауылының күп функиялы үҙәге бүлексәһенең эшмәкәрлеге тураһында отчеттар ҡаралды, тип хәбәр итәләр https://vk.ru/ramilabdullinburzyan төркөмөндә.