

Илүзә Солтанова һөнәри юлын 2007 йылда Белорет педагогия колледжының информатика бүлеген тамамлағандан һуң Нәби мәктәбендә башлай. Шул уҡ ваҡытта ул Магнитогорск дәүләт университетында ситтән тороп уҡып, уны өс йыл эсендә уңышлы тамамлай. 2015 йылдан Иҫке Собханғол урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эш башлай.
Коллегалары һәм уҡыусылары уны талапсан, ғәҙел, белемен камиллаштырыуҙан туҡтамаған остаз итеп белә.
Педагогтың быйылғы иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе – берҙәм дәүләт имтихандарында уҡыусыларының яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүе.
-Уҡытыусы өсөн уҡыу йылы аҙағында үҙ эшенең һөҙөмтәһен күреү – ҙур шатлыҡ. Үткән уҡыу йылында башҡа кластарҙы уҡытыу менән бер рәттән, 9 “А” һәм 11 “А” кластарын математиканан дәүләт имтихандарына әҙерләргә тура килде. 10-сы класта профиль класы асылғандан һуң уҡыусылар менән ныҡлап, өҙмәй генә шөғөлләнә башланыҡ. Имтихандарға әҙерләнгәндә төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланабыҙ, китапта бирелгән мәсьәләләр менән генә сикләнмәйбеҙ. Төштән һуң мотлаҡ 3-4 сәғәт шөғөлләнәбеҙ. Унан тыш, һәр бала менән шәхсән эш алып барыла. Уҡыу йылы башынан алып ай һайын уҡыусыларҙың үҫешен күреү, күҙәтеү өсөн тикшереү эштәре үткәреп торам. Уҡыусылар үҙҙәре лә көслө, бик тырыш. Шуға ла һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ булды”, - ти талаптар ҡуйыу, тәртип һәм даими контролде төп принциптары итеп алған уҡытыусы.
– Ғөмүмән, уҡытҡан балаларымды тәүҙән үк үҙаллылыҡҡа өйрәтергә тырышам. Тема үткән һайын үҙ аллы эштәр ойоштороп, көн дә дәфтәрҙәрен тикшерәм. Шул ныҡ ярҙам итә – уҡыусылар шул темпҡа өйрәнеп, һәр дәрескә әҙерләнеп киләләр, - ти ул.
Илүзә Әхтәм ҡыҙы башҡа предмет уҡытыусылары һәм ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙең мөһимлеген билдәләй. “Уҡыусы ғына түгел, уның ата-әсәһе лә динамиканы белеп барырға тейеш”, - тигән фекерҙә остаз.
Ошо берҙәмлек, системалы һәм ныҡышмал хеҙмәт үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмаған. 11”А” класы юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: баһалар буйынса 20 уҡыусы “бишле”, икәүһе – “дүртле”, бер генә уҡыусы “өслө” сығарған.
“БДИ-ны уҡыусылар тик үҙ белемдәре менән йырып сыҡтылар”, - ти ғорурлыҡ менән Илүзә Әхтәм ҡыҙы. Уҡыусылар профиль математиканан БДИ-ны 100% өлгәш, 96% сифат, уртаса 73 балл (РБ буйынса уртаса балл - 69) менән тапшырған - Юлиә Ҡурамшина (88), Илнар Әхмәтов (84), Батыр Мәхмүтов (84), Оксана Самохина (82), Сыңғыҙ Уразаев (82), Рузалина Арыҫланғужина (80), Айлина Әхмәтова (80), Йәмилә Ғүмәрова (80) юғары балдар йыйған. Тағы ла 11 уҡыусы 70-79 балл йыйыуға өлгәшкән.
Тырыш уҡытыусының уҡыусылары ла уңған - улар киләсәк һөнәрҙәрен физика һәм математика өлкәһе менән бәйләргә ниәт иткәндәр, үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына инеп, уҡытыусыларын ҡыуандырғандар.
Илүзә Әхтәм ҡыҙына киләсәктә лә һәләтле, уҡырға ынтылып торған уҡыусылар насип булһын.