

2 сентябрҙә "Хакимиәт Көнө" сиктәрендә район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин Кейекбай ауыл биләмәһендә халыҡ менән осрашты. Сара Мәндәғол клубында үтте.
Һүҙ биләмәлә башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар тураһында барҙы. Ауылда газ үткәреү, мәҙәниәт йортон ремонтлау, юл билдәләре ҡуйып сығыу, сүп-сар контейнерҙары булдырыу һ.б. мәсьәләләр буйынса һорауҙарға яуаптар бирелде.
Район етәксеһе 63494-се хәрби часть командованиеһынан Хәмиҙуллин Филюс Файзулла улына, Иманғолов Зәбир Йосоп улына рәхмәт хаттары тапшырҙы.
“Райондың ауыл биләмәләрендә граждандарҙы күсмә ҡабул итеү дауам итә. Халыҡты унда әүҙем ҡатнашырға саҡырам”, ти Рәмил Миңлеәхмәт улы.
Сығанаҡ: https://vk.ru/ramilabdullinburzyan