

Ынйыҡай менән Юлдыҡай
Был хәл бик күп йылдар элек булған. Бөрйән ырыуының бейе
"Ҡарағөлөмбәттең Ынйыҡай исемле һылыу ҡыҙы булған. Ынйыҡай икенсе ырыу егете Юлдыҡайҙы яратҡан. Ул егет Үҫәргәнме, Ҡыпсаҡ ырыуынанмы булған. Юлдыҡай Ынйыҡайҙы һоратып яусылар ебәрһә лә, Ҡарағөлөмбәт бик оҙаҡ ҡарыулашып маташҡан.
«Минең теләгемә ирек ҡуймаһаң, йә үҙемде үҙем һәләк итәм, йә Юлдыҡай ырыуына ҡасып китәм», — тигән Ынйыҡай атаһына.
Ҡарағөлөмбәт уйлап-уйлап торған да ҡыҙын Юлдыҡайға бирмәк булған. Ҙур туй әҙерләнгән. Ике ырыуҙан да бик күп халыҡ йыйылған.
Майҙан ҡороп, ат саптырғандар. Батырҙар көрәштергәндәр. Уҡ
аттырғандар. Йырсылар, сәсәндәр әйтешкән.
Ҡотан ауылы эргәһендә Көрәй менән Туйбаға исемендәге ике тау бар. Көрәй тауында көрәгә күтәргәндәр, шуға ла Көрәй (көрәгә) аталған. Ә Туйбаға тауында туй баҡҡандар. Шуның өсөн Туйбаға аталып ҡалған.
Ошо туй ваҡытында «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» тигән йыр
сыҡҡан. Туйбаға менән Көрәй тауҙарына аҙаҡ та кешеләр сығып байрам итер булғандар.
Ынйыҡай менән Юлдыҡай. Бөрйән р-ны Ҡотан ауылы Ырыҫбаев Ғиниәт Ғиззәтулла улынан (1908 йылғы) М. Сәғитов яҙып алған. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 65, д. 7, л. 155; БХИ, РЛ, Кя 298; БПЛ, Кя 232; БНТ, ПЛ, Кя 386.
Ауылыбыҙ Ҡалҡаны бит ул - ТУЙБАҒА...
ВЕНЕРА СИТДИҠОВА, журналист.
*
Туйбаға тауына ҡағылышлы легенда (фотоға төшөрөлгән текст).
Сәлимә Ғайсарова
ТУЙБАҒА тауы, Ҡотан ауылы (БӨРЙӘН)
Туйбаға тауына туй ваҡытында йәштәр, ҡунаҡтар, кемдәрҙең тауға үрмәләргә көсө бар - барыһы ла күтәрелә. Тауҙың түбәһе тигеҙ генә, ҙур ғына майҙанлы, уртаһында ялбыр-ялбыр ҡайындар үҫә. Туйбағаның ауылға күренмәгән яғы туп-тура ҡая булып төшә. Ҡая таштары мүк, ваҡ ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған. Туйбаға аша күренеп торған тауҙар теҙмәһе БӨГӘСЕ тауы. Ул тауҙар теҙмәһе Ағиҙелдең һул яҡ яры буйлап, 12 км тирәһе үргә табан Шүлгән-Таш мәмерйәһенә тиклем барып етә.
Легендаһын Зөлфиә Хөснөтдинова һалған.
“Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнән.