

"Хакимиәт көнө" сиктәрендә Иҫке Монасип ауыл биләмәһендә граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойошторолдо.
Халыҡ менән осрашыу Яңы Монасип клубында үтте.
Етәкселек биләмәлә башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар тураһында халыҡ менән әңгәмәләште. Ауылда юлды рәтләү, юл билдәләре ҡуйып сығыу, район үҙәгендә машина ҡуйыу урындарын булдырыу һ.б. мәсьәләләр буйынса һорауҙар булды. Уларға урында яуап бирелде.
Дөйөм осрашыуҙан һуң район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте. Һәр мөрәжәғәт итеүсе үҙ һорауҙарына яуаптар, аңлатмалар алды.
Райондың ауыл биләмәләрендә граждандарҙы күсмә ҡабул итеүҙәр дауам итә. Халыҡты уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Сығанаҡ: https://vk.ru/ramilabdullinburzyan