Йәмғиәт
1 Сентября , 06:05

Уҡыу йылына яҡшы әҙерләнгәндәр

Мораҙым мәктәбе коллективы яңы уҡыу йылына әҙерлекте яҡшы тамамлаған, унда йәйге оҙайлы ялдарҙа ла эштәр гөрләп торған.

Уҡыу йылына яҡшы әҙерләнгәндәрУҡыу йылына яҡшы әҙерләнгәндәр
Уҡыу йылына яҡшы әҙерләнгәндәр

Мәктәп алдын сәскәле “Альп тауы” һәм мини-фонтан биҙәй. Был матур-лыҡты булдырыуға уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ҙур көс һалған.

Балалар баҡсаһы төркөмө янында иһә тәрбиәселәр кескәйҙәр өсөн “Урал батыр” мөйөшө булдырған. Аҡбуҙат, Шүлгәнташ, шишмә, күпер, айыу, болан, умарта кеүек композициялар бала күңелендә милли асылыбыҙға һөйөү уятыу маҡсатында эшләнгән.

Ашханала эшләүселәр һәм техник хеҙмәткәрҙәр мәктәп эсендәге ағартыу, буяу эштәрен күптән тамамлағандар. Ваҡыт менән һынашмай, отпуск мәлдәрендә лә ремонт эштәре менән мәшғүл хеҙмәткәрҙәр Данил Мөхәмәтйәнов менән Юлай Тулыбаевтың хеҙмәтен айырым билдәләргә кәрәк. Улар ҡойманы яңыртып, ҡапҡаны ла зауыҡлы итеп эшләп ҡуйған, артҡы ҡапҡаны, запас ишекте, солан һикәлтәләрен алыштырған.

Әлеге мәлдә Байназар мәктәбенең техник хеҙмәткәрҙәре кухняға йылы һыу булдырыу эштәрен тамамлау өҫтөндә.

Ҡаҙанлыҡ та янғын хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлы тәртипкә килтерелгән, ағартылған. “Утын ташыу дауам итә. Утын әҙерләү эшендә махсус хәрби операциянан ҡайтҡан Владик Моратшиндың ярҙамы айырыуса баһаға лайыҡ. Әйткәндәй, МХО-ла ҡатнаш-ҡандарҙың ғаиләләренә мәктәптең Тимур командаһы даими ярҙам итеп тора. Улар ҙа беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар, йә шәхси премия булдыралар, йә аҡсалата ярҙам индерәләр”, - ти филиал етәксеһе Гөлнур Мөхәмәтйәнова.

Ул етәкләгән коллективта 17 кеше, уларҙың 7-әүһе уҡытыусы, 2-әүһе тәрбиәсе. Уҡыусылар һаны – 31, мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә төрлө йәштәге 18 бала тәрбиәләнә.

Мәктәпте 5 уҡыусы тамамлаған. Районда төп дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырған мәктәптәрҙең береһе булған Мораҙым мәктәбе уҡыусылары республиканың төрлө колледждарында һөнәр үҙләштерәсәк: Даян Мөхәмәтйәнов - Сибайҙа күп профилле, Илзидә Хөсәйенова - Өфөлә технология һәм дизайн, Ғәлим Үтәбаев - Белоретта металлургия, Гөлнәзирә Әминева медицина колледждарында белем аласаҡ, Нуриман Әминев Өфөлә йылға училищеһында уҡыясаҡ.

“Белем көнөндә беҙҙең 7 бәләкәсебеҙ мәктәпкә беренсегә аяҡ баҫасаҡ. Уларҙы тәжрибәле педагог Айгөл Тулыбаева уҡытасаҡ. Күп балалы ғаиләләрҙән дүрт балаға мәктәп кәрәк-яраҡтары һалынған портфелдәр тапшырылды”, - ти Гөлнур Ғәлимйән ҡыҙы.

Яңы уҡыу йылы һеҙгә тик уңыштар ғына алып килһен!

Уҡыу йылына яҡшы әҙерләнгәндәр
Уҡыу йылына яҡшы әҙерләнгәндәр
Уҡыу йылына яҡшы әҙерләнгәндәр
Уҡыу йылына яҡшы әҙерләнгәндәр
Уҡыу йылына яҡшы әҙерләнгәндәр
Уҡыу йылына яҡшы әҙерләнгәндәр
Уҡыу йылына яҡшы әҙерләнгәндәр
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас