

Синоптиктар сентябргә фараз бирҙе.
Йәй кире ҡайта, тип белдерә улар. Был сентябрҙең башына ҡағыла.
Үткән аҙнаның аҙағы һәм был аҙнаның башы октябрҙе хәтерләтһә лә, йәйге йылы бер аҙға кире ҡайтасаҡ әле.
Был аҙна уртаһына көндөҙ һауа торошо +23, +28 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Төндә +10 градус тирәһе.
Бөгөн көндөҙ +15, +20 гралус көтөлә. Дөйөм алғанда, сентябрҙә уртаса айлыҡ һауа торошо норманан 1 градусҡа юғарыраҡ булыр тип күҙаллана.
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.