2019 йылдың 4 мартында ата-әсәһен, туғандарын ҡыуандырып донъяға килгән Айҙар, Дим, Гүзәл ҙурайышып, уҡыусылар булып киттеләр. Белем үрҙәрен яуларға уларға тәүге уҡытыусылары Шәүрә Фәйзулла ҡыҙы Мырҙабаева ярҙам итәсәк.
1-се класҡа барған 7 уҡыусы араһында Гүзәл бер бөртөк кенә ҡыҙ. 6 шуҡ, тиктормаҫ малайҙарға бирешеп тормаҫтайға оҡшаған, сөнки өйҙә лә игеҙәктәренә команда бирергә ярата, ти әсәйҙәре.
“Өсөһө өс төрлө. Гүзәл команда бирергә ярата инде малайҙарға. Бөтә иғтибар уға, бөтә нәмә иң беренсе уның ҡулында булырға тейеш. Атайы ла ныҡ иркәләтә, Гүзәл гел уның арҡаһында.
Айҙар хужалыҡсыл малай, күберәк минең янда, аш-һыу бүлмәһендә урала. Ҡамыр менән булышырға ярата, салаттар тураша, ҡош-ҡортҡа ем бирә.
Дим тиктормаҫ малай. Бер ҡараһаң эргәңдә, икенсе ҡараһаң тышта. Бик шуҡ, үҙе иркә инде. Һөйләгәнде тыңлап та бөтмәй, аңланым тип әйтә лә һала.
Бөтәһен дә үҙебеҙ менән бергә эшләтеп, хеҙмәткә өйрәтергә тырышабыҙ. Береһе берәй эш эшләшһә, икенсеһе ҡарап тормай, ярҙамлаша башлай.
Игеҙәктәр тыуғас тормошобоҙ ҡырҡа үҙгәрҙе. Башта, әлбиттә, ауырыраҡ булды, әммә мәшәҡәттәр менән бәхетебеҙ ҙә 3 тапҡырға артты.
Имен-һау ғына уҡып китһендәр инде”, - ти Лена Сәғит ҡыҙы.
Ҙурайғас малайҙарҙың береһе полицейский, икенсеһе шофер, Гүзәл врач йә һатыусы булырға хыяллана.
Ильяс Ирек улы менән Лена Сәғит ҡыҙы Шәриповтарҙың ҙур ғаиләһендә тағы ла өс бала тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Өфөлә урман-техник техникумында 4 курста уҡып йөрөй, Тимур Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының 1-се курсына барған. Тағы бер ҡыҙҙары 8-се класс уҡыусыһы.
Игеҙәктәргә тырышып уҡып, илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ!