

Хеҙмәткәрҙәр һәм ата-әсәләр ярҙамы менән мәктәптә, интернатта күп эштәр башҡарылған, биналар эсендә косметик ремонт үткән. Бюджеттан тыш аҡсаға компьютер класында ремонт эшләнеп, яңы йыһаздар һатып алынған.
Йылытыу миҙгеленә әҙерлек 70-80 процент тәшкил итһә, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Ҡолғана, Килдеғол филиалдары 100 процентҡа әҙер.
Мәктәп яны баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтерелгән. Баҡса өсөн 5-се йыл рәттән башланғыс кластар уҡытыусыһы Земфира Ғөбәйҙуллина яуаплы. “Йәй буйы эшләгән уҡытыусыларға, балаларға рәхмәт”, - ти ул. Ысынлап та, һуған, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтәләре бигерәк уңған, ҡарағат йыйып та һатҡандар. Биология һәм химия уҡытыусыһы Наҙгөл Суфиянова етәкселегендә февраль-март айҙарынан үҫтерелә башлаған сәскәләр технология уҡытыусыһы Ринат Яхиндың оҫта ҡулдары эшләгән клумбаларҙа мәктәп ихатаһын йәмләп ултыра.
Үткән уҡыу йылында 11-се класты 2 бала тамамлаһа, быйыл 1-се класҡа 15 бала килә. Розалия Көмөшбаева БДПУ-ның филология факультетына уҡырға ингән, Гөлнәзирә Ҡаһарманова медицина колледжы студенты. 9-сы класты тамамлаусы 20 уҡыусының 11-е төрлө уҡыу йорттарына уҡырға ингән, 9 уҡыусы 10-сы класҡа барасаҡ.
Мәктәптә 130 бала уҡый. Уларға 21 уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә. Мәктәп интернатында 2 ауылдан 15 бала йәшәй.
Уҡыусылар йыл да төрлө маҡсатлы проекттарҙа ҡатнашырға ынтыла, гранттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра.
-2025-2026 уҡыу йылында ла проекттар эшендә бер нисә уңышлы һөҙөмтәгә ирештек. Атап әйткәндә, саңғы буйынса “Бәхет сере: саңғы, саф һауа һәм дуҫтар” проекты уңышлы тамамланды. Икенсеһе - “Волейбол. Перезагрузка”, өсөнсө проект – “Әүҙем ял – уҡыуҙа уңыш” – уҡыусыларҙың спортта һәм белемдә уңыштарға ирешә алыуына ярҙам итә. Был проект буйынса мәктәпкә бильярд, өҫтәл футболы, хоккейы, шахмат, конструкторҙар алынды.
Уҡыусыларыбыҙҙың төрлө өлкәләге уңыштары беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Мәҫәлән, Диана Мәхмүтова “Йыл уҡыусыһы” конкурсының “Йыл спортсыһы” номинацияһында еңеүсе булды. Физкультуранан Гагарин олимпиадаһында Радмир Ҡасимов, Гөлнәфис Усманова, Ильяс Ҡарамышев һәм Диана Мәхмүтова, башҡорт теленән зона этабында Рәзилә Балғазина призер булды.
Район кимәлендәге спорт ярыштарында, йылдағыса, уҡыусылар саңғы, грэпплинг буйынса алдынғы урындарҙы яуланы. Межгорье ҡалаһында үткән республика саңғы ярышында Радмир Ҡасимов - 2-се, Ильяс Ҡарамышев 3-сө урын алды. Әбйәлил районында зона-республика саңғы ярышында Ильяс Ҡарамышев, Тамирлан Ишемов, Фәриҙә Ғәлекәева, Илүзә Мөхәмәтҡолова, Гөлнәфис Усманова, республика буйынса грэпплинг ярыштарында Гөлнәфис, Мәҙинә, Айсар Усмановтар, Регина, Нурислам, Тимур Сәйфетдиновтар, Ильяс Ҡарамышев, Рәзилә Балғазина, Радмир, Раян Ҡасимовтар, Хансура Ғарифуллин, Юнир Билалов, Айлина Әфләтүнова, Диана Мәхмүтова еңеүсе булды.
Өфө ҡалаһында уҙған грэпплинг ярышында Диана Мәхмүтова – 1-се, Илһөйәр һәм Регина Сәйфетдиновалар 2-се урын яуланы. Башҡортостан йыйылма командаһына ингән Регина менән Диана спорт мастерлығына кандидат исемен яҡланы.
Каспийск ҡалаһында Рәсәй беренселегенә үткән ярыштарҙа Илфир Әфләтүнов, Диана Мәхмүтова, Илһөйәр (3-сө урын) һәм Регина (1-се урын) Сәйфетдиновалар еңеүселәр рәтенә инде. Тиҙҙән Регина Рәсәй командаһы исеменән Грецияла үтәсәк донъя чемпионатында сығыш яһаясаҡ.
Мәктәбебеҙҙә төрлө байрам һәм сараларҙан тыш, 10, 20, 30, 40, 50, 60 йыл элек мәктәпте тамамлаған уҡыусылар, студенттар, ағинәйҙәр менән осрашыуҙар ойошторолдо. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар “Таң”, “Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Йәншишмә”, “Йәшлек” матбуғат баҫмаларына яҙылыуға, ауылдағы оло йәштәге инәйҙәргә, МХО-ла ҡатнашҡан ағайҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә, экологик өмәләргә, акцияларға ихлас ҡушылды.
Розалия Көмөшбаева республика Аҡмулла олимпиадаһында башҡорт теленән призер булһа, Шәүрә Билалова төбәк олимпиадала махсус бүләккә лайыҡ булды. Шулай уҡ Ихсан Үтәбаев һәм Рәфҡәт Шәрипов робототехника буйынса ярыштың республика этабында 1-се урын яуланы. Ихсан ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһындағы ярышта ҡатнаша. Азиз Боҫҡонов физкультуранан республика олимпиадаһында призер булыуға иреште.
2026-2027 уҡыу йылына ҡуйылған маҡсаттар заманса һәм улар уҡыусыларҙың киләсәге өсөн бик мөһим. Проект эше аша уҡыусыларҙың һәр яҡлап үҫешен тәьмин итеү һәм уларҙы XXI бы-уат күнекмәләренә өйрәтеү – ҙур бурыс. “Киләсәк коды” һәм “Яһалма интеллект”ты үҙләштереү аша уҡыусыларҙың программалауға, алгоритмлаштырыуға, цифрлы технологияларға һәм яһалма интеллект нигеҙҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын үҫтереүҙе, уларҙы практик күнекмәләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тотабыҙ.
Ә шулай ҙа тәүге урында уҡыусыларҙа Ватанға, үҙ халҡына, туған телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә ҡарата һөйөү, хөрмәт һәм ғорурлыҡ тойғоларын тәрбиәләү, балалар хәүефһеҙлегенә (интернетта, мәктәптә, юлда, өйҙә, тәбиғәттә) иғтибар биреү - беҙҙең төп бурыс, - ти мәктәп директоры Инсур Рәмил улы.