

«Милли хәрәкәттәр»ҙән ҡайтып, күҙ асылғас, йөҙ ауырыу һәм йөҙ һыҙланыуға тағы бер бәләнең килеүен тойҙом. Уң ҡулым иҫ белмәй ине. Дөрөҫөрәге, һулығайны. Ҡулһыҙ ҡалдым, тип ҡотом осто. Мине дауалаған шәфҡәт туташына өмөт менән ҡарайым. «Бер төрлө позала ятып, ҡулыңды ҡыҫҡанһың, ҡан йөрөшөн боҙғанһың, хәҙер уны йышыраҡ хәрәкәтләндерергә тырыш». Тырышам. Тырышмай ҡайҙа инде ул, ләкин ҡул ғына тыңламай, утын ағасы һымаҡ тегеләй-былай ҡолай. Ошолай һыңар ҡулһыҙ ҡаламмы инде? Был уйҙан күңел болоҡһой. Уң ҡул бит әле. Ҡалаҡ тоторға кәрәк. Ярай, уныһын өйрәнермен дә ул. Ә яҙам тиһәң, фотоаппараттың төймәһенә баҫырға ла кәрәк. Шәфҡәт туташы нимә ҡуша, шуны тырышып үтәй башлайым. Электролечение, ҡулға массаж яҙғандар, шунда йүгерәм. Шулай бер көн йөрөйөм, икенсе көн булдым, өсөнсө, дүртенсе көн үтте. Ләкин файҙа юҡ. Бәлә килһә, яңғыҙ килмәй, тигәндәй ҡатынымдың ошо мәлдә сыҙап торғоһоҙ итеп башы ауырта башланы, мунсала иҫе китеп ҡолап та алды. Был ауырыуҙың сәбәбе шул инде, бер нисә йыл элек тайып ҡолап, умыртҡа һөйәген шылдырған. Ул мәлдә район дауаханаһында Азимов фамилиялы бик көслө хәрби хирург эшләй ине. «Һөйәктәреңде ҡайтанан һындырып кире ултыртып булмай ҙа инде, ҡан йөрөшө насарайып, башыңа бирә башлаһа, дарыуҙар эсерһең, укол ҡаҙатырһың», – тип үҙенең һуңғы һүҙен әйткән. Өмөт әҙ булһа ла, икәүләп дауахана тупһаһын тапайбыҙ. Ошондай ауыр мәлдә Хоҙай үҙе ярҙамға килде – быуын ултыртыусы Хафиза апайыбыҙҙы юлыбыҙға сығарҙы. Әбйәлил районының Ташбулат ауылына барғанда ишеткәйнем уның тураһында. Был тылсымлы ҡуллы апайҙы күрергә ҡыймайыраҡ йөрөй инем. Хәлдәр ошолай мөшкөлләнгәс кенә уның ҡапҡаһын шаҡырға тура килде. Мине теремек кенә етди ҡиәфәтле ҡатын ҡаршы алды. Аптырап ҡалам, ошомо икән теге апай.
– Һаумыһығыҙ, миңә Хафиза апай кәрәк ине, – тип ҡыйыр-ҡыймаҫ һорап ҡуям.
– Һаубыҙ, нимәгә һиңә ул? – Ул ҡаты ғына яуап бирә. Теүәл яуап ишетмәһәм дә, ошо апайҙыр әле, тип ҡатынымдың хәлен һөйләнем.
– Турараҡ тор әле! Һинең дә уң ҡулыңдың яурыны түбәнәйгән түгелме һуң? Эйе, ҡатынымдың бәләләрен өҫтөн ҡуйып, үҙемдең хәлде онотоп киткәнмен икән. Апай, ҡулымды, бармаҡтарымды һәрмәп ҡарай. Шунан йылы һыу ҡойолған сеүәтәгә ҡулымды тығырға ҡуша. Был апай нишләй әле, тип уйлағансы етеҙ хәрәкәттәре менән ҡул быуынымды тарта. Ауыртыуҙан ах-ух итеп ҡалам. Бар ҡулым буйлап йылы йүгерә, ул сәнсеп ауырта башлай. Мин ҡулымды һиҙәм. Бармаҡтарымды ҡыбырлатырға көс табам. Ҡыуаныстан башым күккә тейә. Рәхмәт йөҙөнән апайҙың йылы усына кеҫәлә ятҡан ҙур купюралы аҡсаны һалам.
– Тәңкә бир, нишләп миңә шундай ҙур суммалы аҡсаны һуҙаһың! –тип асыуланып, апай аҡсаны алмаҫҡа итә. «Тәңкә» тигәне тинме икән? Мин аптырап ҡалам. Бындай хеҙмәт өсөн тин биреү оят та инде. Апайға вағыраҡ аҡса һуҙам. Быныһын «бисмилла» уҡып ҡабул итә. Ҡатынымды ҡасан алып килергә һөйләшеп, өҫтөмдән тау төшкәндәй еңел һулап, ҡәнәғәтлек менән апайға мең рәхмәт әйтеп ҡайтып китәм. Көслө хирургтың да хәленән килмәгән эшкә Хафиза апай ҡурҡмай, үҙ көсөнә ышанып, беҙҙе өмөтләндереп, ҡабаланмай ғына тотона. Ул көн көн һайын мунса яҡты. Эҫе мунсала кешенең тәне яҡшы йомшара икән. Шуға быуындарҙы ипкә килтереү күпкә еңеләйә. Ошолай бер аҙна тирәһе Хафиза апайҙа ятып шәбәйткәс, ҡатынымдың хәле күҙгә күренеп яҡшырҙы, йөҙөндә алһыу төҫ барлыҡҡа килде, тәне турайҙы. Башында, арҡаһында һыҙланыу кәмене. Апайыбыҙға беҙ бер сикһеҙ рәхмәтле инек. Был изгелектәр өсөн уны күккә сөйгө килде. Ниндәй хаҡ түләһәң дә йәл түгел ине. Ләкин шул баяғы «тәңкә бир, шул етә» тигән апайҙың һүҙе туҡтата.
– Һәр бер нәмәлә сама кәрәк. Артыҡ ҙур хаҡ һорау – ҙур гонаһ ул. Хоҙай миңә биргән ҡөҙрәтен тартып алыуы ла ихтимал. Һеҙҙең һауығып, рәхмәт әйтеп китеүегеҙ үҙе мең бәләнән ҡотҡара, миңә сауап ул. - Был һүҙҙәрҙән һуң Хафиза апайҙың дини кеше икәнен дә аңланыҡ. – Олатайым да мәзин булып, халыҡҡа хеҙмәт иткән. Хажға барып ҡайтҡан. Шул йөрөүҙән алып ҡайтҡан фил һөйәге, ынйылар менән семәрләгән һандығын хәҙер ҙә ҡәҙерләп һаҡлайым. Ул Ҡаҙағстан далаларында йөрөгәндә атын дөйәгә алмаштырып, уны ауылға алып ҡайтып салып, бар халыҡҡа итен таратҡан кеше. Атайым да иман юлында ине. Ләкин быны белдертмәҫкә тырышты. Заманаһы шулай булды бит. Ун алты йәштәр тирәһе ине шикелле, төшөммө-өнөммө, үҙем дә аңлап өлгөрмәнем. Аҡ һаҡаллы, башына аҡ селлә ураған ҡарт ҡаршымда ултыра ине. Ул миңә ниндәйҙер эш ҡушты, аңламаным. Егерме бер йәштә был ҡарт тағы килде. Тағы миңә эш ҡуша. Нишләп мине тыңламайһың, тип орошоп ала. Мин был хәлдәрҙән ҡурҡып, әсәйемә һөйләйем. Кешенең аш-һыу түккән еренә баҫҡанһыңдыр, шуға һаташаһыңдыр, тип әрләп ҡуйҙы. Бер мәл бармағымды сығарғайным. Түҙмәйем, һыҙланам. Әсәйем мине күрше ауылға алып китте. Унда быуын ултыртыусы әбей йәшәй икән. Барып өйөн таптыҡ, ләкин ул бикле тора ине. Күршеһенән һорашып белешһәк, теге әбейебеҙ Магнитҡа күсеп киткән. Мин төн йоҡламай һыҙланам, ҡул туптай булып шешеп китте. «Әллә, ҡыҙым, үҙеңдең бармаҡтарыңды үҙең ултыртып ҡарайһыңмы», – тип әсәйем миңә аптыратып әйтеп ҡуймаһынмы. Тасҡа йылы һыу ҡойоп бирә. Бармаҡтарымды йомшартҡас, уны ҡапыл тартҡайным, шарт итеп ҡалды ла инде лә ултырҙы. Әсәйем миндә бындай көс булғанды ҡайҙа белгәндер, бәлки, төшөмдәме, өнөмдәме күренгән аҡ һаҡаллы ҡартың бушҡа килмәгәнен һиҙгәндер. Икенсе тапҡыр аяғымдың баш бармағы сыҡты. Бында ла аптырап ҡалманым, быуынымды үҙ урынына ултырттым. Бер көндө ҡайҙандыр ҡайтып инһәм, класташым Ғәлимйән беҙҙә ултыра. Бармаҡ быуыны сыҡҡан икән бахырҙың.
– Һиңә ярҙам һорап килгәндәр. Ауырыу кешене сығарып ебәрә алманым. Ярҙам ит инде уға, – тип мине тағы аптырата.
– Әсәй, мин духтыр түгел дә һуң, ҡурҡам.
– Ҡурҡма, ҡыҙым, ҡурҡма. Үҙеңдең быуыныңды ултырттың да инде. Теге аҡ һаҡаллы ҡарт та бушҡа килмәгән. Кешеләргә ярҙам итергә ҡушҡан, – тип әсәйемдең әйтеүе көс бирҙе. Мин ҡурҡа-ҡурҡа булһа ла, эшкә тотонам. Бына ғәжәп, килеп сыға. Һыҙланып килеп ингән класташым, рәхмәтен әйтергә лә онотоп, ҡыуанып йүгереп сығып китә. Миндә ҡапыл, ошолай кешеләрҙе шәбәйтә алам да инде, тигән ышаныс тыуа. Һәләтемде ишетеп, беҙҙең ишекте шаҡыусылар көндән-көн арта бара. Ҡул-аяҡ быуындары сыҡҡан, билдәре ауыртҡан, мейеһе төшкән кешеләр айырыуса күп йөрөй. Тыумыштан аяҡ-ҡулдары йөрөмәгән (ДЦП) күп баланы аяҡҡа баҫтырҙым. Ауырға ҡала алмай ыҙалап килгән йәш ҡатындарҙы имләйем, аҙаҡ уларҙың бала табыу ҡыуанысын ишетһәм, ҡыуанып бөтә алмайым. Был миңә эшемдән ләззәт, ҡәнәғәтлек, көс, дәрт бирә. Бала табыу ҡыуанысын кисергән әсәләр һаны ике йөҙҙән ашып китте.
Ике йөҙҙән ашыу бала! Әйтеүе генә анһат. Апайҙың тылсымлы ҡулдары арҡаһында ике йөҙ бала донъяға ауаз һалған, йәшәүгә өмөт алған. Ике йөҙ ғаилә ҡыуанған. Был ҙур, бөйөк эш бит. Ошо урында апайҙың тормош юлын да байҡап үтәйек әле. Хафиза Зәки ҡыҙы Фәйезова-Баязитова
1956 йылда Әбйәлил районында донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағас, Йоматау ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Уны тамамлап, колхозда оҙаҡ йылдар бухгалтер булып эшләй. Ире Рәхим ағай менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Вәсил – юрист, ҡыҙҙары Ләлә балалар баҡсаһында эшләй. Дүрт ейәнсәргә олатай-өләсәйҙәр. – Мин бала саҡтан шуҡ ҡыҙ булып үҫтем. Малайҙар менән һуғышып уйнаным, – тип Хафиза апай һүҙен дауам итә. – Бухгалтер булып эшләгәндә лә, эшем икенсе ауылда булыу сәбәпле, мотоциклда йөрөйөм. Билем ауырта башлағас ҡына йәйәү йөрөүҙең файҙаһын аңлап, ауыл бер тиҫтә саҡрым алыҫлыҡта булһа ла, йәйәү йөрөнөм.
– Һеҙ күптәрҙең һуңғы өмөтө булғанһығыҙ. Улар һеҙҙең тылсымлы ҡулдарығыҙ ярҙамында шәбәйеп сыҡҡас, хөрмәт йөҙөнән усында ғына алып йөрөтөргә тейеш бит инде.
– Шулайын шулай ҙа, – тип Хафиза апай көлә. – Мин Хоҙайҙың хеҙмәтсеһе генә бит. Ул биргән ҡөҙрәттән кешегә файҙаһы тейһә, шул миңә етә. Ысын күңелдән әйтелгән рәхмәттәрҙе ҡабул итәм. Ололау, хөрмәтләү күңелде күтәрә. Ләкин күңелде ҡырған нәмәләр ҙә бар. Миндә аяҡҡа баҫҡан ҡайһы бер әҙәмдәр шәбәйеп алғас, юлда осраһа, күрмәмеш була, һаулыҡ һорашмай. Шул йәнде ныҡ әрнетә. Шулай уҡ тау вәғәҙәләп «ҡуҡыш» күрһәткәндәр ҙә осрай. Баймаҡ яғынан шикелле, «текә» машинала бер әҙәм ҡатынын эйәртеп килеп инде. Ҡатыны ауырға ҡала алмай ыҙалай икән. Был әҙәм ағас менән булыша. Миндә төҙөлөш барғанын күреп: «Әгәр ҡатынымды әсә итһәң, шунса таҡта бирәм, фәлән-фәсмәтән...»
«Вәғәҙә – иман, үтәй алһаң ғына кешене ышандыр, гонаһы ҙур була», – тип тегене тыям. Юҡ, теге барыбер шапырта. Ҡатынын имләтеп, шәбәйеп ҡайтып киттеләр. Бер нисә айҙан ауырға ҡалғанын ишеттек. Ошо мәлдә төҙөлөшкә таҡта кәрәк булды. Теге таҡта вәғәҙәләгән әҙәмдән тауыш-тын ишетелмәгәс, оло башымды кесе итеп киттем. Теге кеше мине аптырап ҡаршылай. Танымаҫҡа итә. Ат хаҡы менән таҡта һата. Юҡ, эш аҡсала түгел – хәлеңдән килмәй икән, вәғәҙә бирмә.
Элек-электән халыҡ медицинаһы бик көслө булды. Халыҡ уға ышанды. Шәфҡәт туташтары ғына уға сәйерерәк ҡарай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, студенттарҙы уҡытҡан ваҡытта медколледждарҙа, мединституттарҙа халыҡ медицинаһына иғтибар бирмәйҙәр. Был бик аяныс. Шәфҡәт туташы булып эшләй башлаһа, ул укол менән мейе, быуын ултыртырға маташа. Һөҙөмтәһе бик насар. Мин, кәүҙәһен тура тотмағандарҙы, сатанлап атлаған әҙәмдәрҙе күп күреп йөрөйөм. Ә беҙҙең районда шәфҡәт туташтары миңә ыңғай ҡарашта. Үҙҙәренең хәленән килмәһә, сирлеләрҙе миңә ебәрәләр. Үҙҙәре лә мңиә ярҙам һорап киләләр. Ошо ерҙә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булған хәлде һөйләйем әле. Беҙҙән алыҫ түгел буш торған ергә магниттыҡылар таштан елле өй һалды. Күрше булғас, улар менән осрашып-һөйләшеп йөрөйбөҙ. Былар шәфҡәт туташтары булып эшләй. Магнитта үҙҙәренең клиникаһы бар. Өй ҡорорға, баҡса тәрбиәләргә оло йәштәге атаһын ҡалдырып китәләр. Ҡарт көнө буйы тышта, баҡсала эш менән булыша. Уның эш араһында йыш ҡына ултырып алыуын, билен төҙәйтергә маташҡанын күреп торам. Билен төҙәтергә хәлемдән килгәнде һиҙҙем. Ләкин тыйылам, тегенең табип балаларынан ҡурҡам. Аҙаҡтан әллә нимә тип һөйләрҙәр.
Бер көндө билен тотоп ах та ух килгән ҡартҡа ҡарап торҙом да түҙмәнем: «Әгәр балаларыңа һөйләмәһәң, билеңде төҙәтәм», – тинем. Ҡарт тәүҙә аптыранды, ышанманы, шулай ҙа вәғәҙә бирҙе. Бахырҙың умыртҡа һөйәге шылған булған. Билен ултырттым. Ҡарттың ҡыуанғанын күрһәгеҙ ине. Был хәлдән һуң бер нисә көн үткәс, һин дә мин һөйләшеп йөрөгән күршеләрем арты менән боролдо ла ҡуйҙы. Эште һиҙҙем. Ҡартты аулаҡта тотоп, әрләргә итһәм: «Я же правду сказал», – тип күҙемә мөлдөрәп ҡарап тора. Ҡартым эсеп алған да, вәғәҙәне онотоп: «Һеҙҙең нисәнсе йыл ыштан туҙҙырып уҡыуығыҙ, клиника тотоуығыҙ нимәгә ул. Ана, ябай ауыл ҡатыны мине аяҡҡа баҫтырҙы, билемде төҙәтте», – тигән. Хафиза апай менән мин йыш ҡына аралашып торам, йомошом төшһә, йүгереп инә һалып сығам. Быуындары сыҡҡан, билдәре ауыртҡан таныштарымды уға һауыҡтырырға ебәреп торам. Тыштан ҡаты, уҫал күренһә лә, апайҙың эске донъяһынан йылы бөркөлә, ихлас ҡунаҡсыл, итәғәтле булыуы мине һоҡландыра. Тән яраһынан дауа итеп, уның өмөтлө һүҙҙәре дәртләндерә. Һау, сәләмәт бул, Хафиза апай, кешеләргә ярҙам итеүҙән көс-ҡеүәтең кәмемәһен, Хоҙай үҙеңә ярҙам бирһен!
Флүр Ғазин, фотограф, яҙыусы.
(Мәҡәлә яҙыусының шәхси архивынан).