Йәмғиәт
1 Сентября , 03:00

«Берҙәм булһаң, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин»

Иҫке Собханғол ауылының 1-се һанлы балалар баҡсаһы бер нисә йыл рәттән яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса алдынғылар сафында килә. Берҙәм коллектив быйыл да дөйөм көс менән ремонт эштәрен ваҡытында тамамлаған – учреждение быйылғы уҡыу йылына тулыһынса әҙер.

«Берҙәм булһаң, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин»«Берҙәм булһаң, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин»
«Берҙәм булһаң, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин»

-Балалар баҡсаһы эстән дә, тыштан да яңырыу кисерҙе – бөтә бүлмәләрҙә лә косметик ремонт үтте. Тышта уйын майҙансыҡтары хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирерлек итеп тәртипкә килтерелде, буялды.

Баҡса ихатаһында һәр хеҙмәткәрҙең тәғәйен үҙ участогы бар. Быйыл унда матур итеп гөл-сәскәләр үҫтереүҙән тыш, “Бөрйәндең ете мөғжизәһе” композицияһы ла тулыландырылды. Хәҙер унда башҡорт тирмәһе эргәһендә милли кейемле егет менән ҡыҙ, Шүлгән мәмерйәһе, Инсебикә ҡаяһы, Аҡбуҙат образы, умарта янында бал ҡорттары, ҡурай һәм бал һауыты тотҡан айыу кеүек символдар ҡуйылды. Был балаларға тыуған яҡ тарихы һәм мәҙәниәте менән танышыу өсөн матур мөхит булдыра, - ти балалар баҡсаһы мөдире Алина Ғәлиуллина.

Аш-һыу блогында ла күләмле эштәр башҡарылған: иҫкергән йыһаздар яңыртылып, заманса һыуытҡыс ҡорамал, өҫтәлдәр һәм аш бешереү, йыуыу өсөн кәрәк-яраҡтар алынған.

Алина Нәҙир ҡыҙы етәкләгән балалар баҡсаһында 35 хеҙмәткәр. Ете төркөмгә бүленгән 180 баланың именлеге һәм үҫеше менән 11 тәрбиәсе, 2 музыка етәксеһе, 1 логопед, 1 психолог, 1 өлкән тәрбиәсе шөғөлләнә. Хужалыҡ эштәрендә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торған техник персоналдың да роле баһалап бөткөһөҙ.

-Һәр хеҙмәткәргә уңайлы эш урыны, һәр балаға йылы һәм имен мөхит тыуҙырыу - беҙҙең төп маҡсат.

Барлыҡ санитар нормалар теүәл үтәлә. Бынан тыш, тәрбиәселәрҙең квалификацияһын күтәреүгә ҙур иғтибар бүленә: улар өсөн даими рәүештә яңы методик ҡулланмалар, дәреслектәр алына, ә балалар өсөн төрлө матбуғат баҫмаларына яҙылабыҙ.

Тәрбиәләнеүселәр йыл дауамында ойошторолған район конкурстарында әүҙем ҡатнаша. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү, “Өмөтлө киләсәк”, Гагарин кубогына олимпиадаларында матур сығыш яһап, еңеүҙәр яуланыҡ.

Коллектив та үткәрелгән төрлө конкурс-ярыштарҙан ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнаша. Тәрбиәселәр Айзилә Хажиева менән Наилә Ишкилдина “Йыл педагогы”, Айгөл Исмәғилева “Йыл лидеры”, Гөлдәр Ямғурсина “Өләсәйем һандығы” республика конкурстарында үҙ көстәрен һынап, район данын яҡланылар.

Быйылғы уҡыу йылында ла әүҙемлекте юғалтмай, эшебеҙҙе ихлас дауам итербеҙ тип уйлайым. Сөнки берҙәм коллектив менән теләгән һәр маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин, - ти Алина Нәҙир ҡыҙы.

«Берҙәм булһаң, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин»
«Берҙәм булһаң, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин»
«Берҙәм булһаң, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин»
«Берҙәм булһаң, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин»
«Берҙәм булһаң, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин»
«Берҙәм булһаң, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин»
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас