Йәмғиәт
28 Августа , 03:40

Ҡышҡа рассольник әҙерләйек

Бик тиҙ һәм еңел әҙерләй торған ысул.

Ҡышҡа рассольник әҙерләйекҠышҡа рассольник әҙерләйек
Ҡышҡа рассольник әҙерләйек

2 кг ҡыяр, 2 кг помидор, ярты кг һуған, ярты кг кишер, 300 гр перловка ярмаһы,  бер ҡалаҡ тоҙ (өйөп), 1 -2 ҡалаҡ шәкәр (өйөп), 4-5 ҡалаҡ аш һеркәһе, ярты стакан май, бер балғалаҡ төйөлгән борос,  4-5 лавр япрағы, ике ҡалаҡ томат пастаһы өҫтәргә лә мөмкин. Йәшелсәләрҙе  бер ҙурлыҡта турағыҙ. Перловканы һыуға һалып ҡайнатып алығыҙ, бешермәгеҙ. Иң беренсе һуғанды, кишерҙе ҡыҙҙырығыҙ, унан һуң ҡыяр, помидор, перловка һалыығыҙ, тәмләткестәр өҫтәгеҙ. 45 минут бешергә тейеш, бутҡаға әйләнеп китмәһен.
Стериль банкаларға тултырып, һыуынғансы одеял аҫтында тотоғоҙ. Һалҡын урында һаҡлағыҙ.

Сығанаҡ: https://vk.ru/rb_media 

Автор:
Читайте нас