Йәмғиәт
28 Августа , 09:30

“Парамониха” салаты

Был тәмле  салатты, ғәҙәттә, йыпырып ҡына ҡуялар!

“Парамониха” салаты“Парамониха” салаты
“Парамониха” салаты

Кәрәк була:

-2 кг помидор;

-1 кг һуған;

-1 кг кишер;

-1 кг татлы борос;

-300 г үҫемлек майы;

-300 г шәкәр;

-100 г 9 процентлы аш һеркәһе;

-2 аш ҡалағы тоҙ.

Помидорҙы буйына турағыҙ. Һуғанды балдаҡлап ҡырҡығыҙ. Кишерҙе ҡырғыстың эре тештәре аша үткәрегеҙ. Татлы боросто һаламлап турағыҙ.

Әҙерләнгән йәшелсәләрҙең барыһын бергә һалығыҙ һәм үҫемлек майы, шәкәр, аш һеркәһе һәм тоҙ өҫтәгеҙ. Унан яҡшылап бутағыҙ.

Йәшелсәләр ҡатнашмаһын буташтыра-буташтыра ҡайнау хәленә еткерегеҙ һәм 15 минут ҡайнатығыҙ.

Стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән нығытығыҙ.

Эштәрегеҙ сәмле, аштарығыҙ тәмле, тормошоғоҙ йәмле булһын!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас