

Байназар ауыл ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе, “Изгелек” ирекмәнлек төркөмө етәксеһе Фәниә Яҡшыбаева һәм “Ватан һаҡсылары” фонды филиалының социаль координаторы Нурсилә Ишниязова “Барыһы ла еңеү өсөн!” тигән Беренсе республика ҡатын-ҡыҙҙар форумында ҡатнаштылар.
Уны ойоштороусылар – ҡатын-ҡыҙҙарҙың статусын үҫтереү һәм уларҙың йәмғиәттәге ролен әүҙемләштереү буйынса Башҡортостан Республикаһының “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмғиәт ойошмаһы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортонда үткән форум йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәрен, ирекмәндәрҙе, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, “Ватан һаҡсылары” фонды филиалдарының социаль координаторҙарын һәм, ғөмүмән, Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереүселәрҙе йыйҙы.
Форумдың төп темалары – гуманитар эшкә йомғаҡ яһау һәм яңы патриотик инициативаларҙы планлаштырыу.