

Төбәккә һыуыҡ һауа торошо килә. Төндә термометр бағаналары байтаҡҡҡа төшөп китһә, көндөҙ ямғырҙар көтөлә.
Бөгөн, 27 августа, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшен, көньяҡҡа ҡарай яуым-төшөмһөҙ һауа торошо фаразлана. Көндөҙ +17, +22 градус тирәһе буласаҡ.
Иртәгә, 28 августа, синоптиктар артыҡ яуым-төшөм вәғәҙәләмәй. Һауа торошо төндә +3, +8, көндөҙ +13, +18 градус буласаҡ.
Шулай итеп, ҡыяр-помидорҙарҙың һуңғыларын йыйып алып, картуфҡа тотонорға ла мәлдәр етә. Рәхмәт, йәй!
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.