

Башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, киләһе сараларҙы планлаштырыу, ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар советтарының ролен нығытыу йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында уҙған кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева, район Советы секретаре Гүзәл Муллағолова, район ҡатын-ҡыҙҙар Советы Президиумы рәйесе Рәмилә Салауатова, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, ойошманың президиум ағзалары ҡатнашты.
Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы совет эшмәкәрлегенә анализ, тормошҡа ашырылған социаль һәм мәҙәни проекттарға йомғаҡ яһаны. Бигерәк тә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһе менән бәйләнешкә, “Нисек йәшәйһең, күрше?” темаһы буйынса эштәргә айырыуса баҫым яһап, киләсәктә ошо юҫыҡта эште тағы ла әүҙемләштерергә саҡырҙы.
Байназар, Әбделмәмбәт, Килдеғол ауылдары ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
1 сентябрь – Белем көнөнә арналған сарала ҡатнашыу, күп бала тәрбиәләгән йәки аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә хәйриәлек күрһәтеү, МХО-ға гуманитар ярҙам ойоштороу, ауыл халҡы менән бәйләнеш булдырыу, сараларҙа, шулай уҡ сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙарҙа ҡатнашыу һәм башҡа ойоштороу һорауҙары буйынса һөйләшеүҙәр булды.
Сара аҙағында быйыл юбилейҙарын билдәләгән, әүҙем эшмәкәрлек алып барған ҡатын-ҡыҙҙар советы етәкселәрен һәм ағзаларын бүләкләнеләр.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара аралашып, дәртләнеп, яңы идеялар алып, сараны ойоштороусыларға рәхмәт еткереп таралыштылар.