Йәмғиәт
24 Августа , 09:45

Янғын хәүефһеҙлеге, юлдар, вакансиялар, мәктәпкә әҙерлек һ.б.

Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, район биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.

Янғын хәүефһеҙлеге, юлдар, вакансиялар, мәктәпкә әҙерлек һ.б.Янғын хәүефһеҙлеге, юлдар, вакансиялар, мәктәпкә әҙерлек һ.б.
Янғын хәүефһеҙлеге, юлдар, вакансиялар, мәктәпкә әҙерлек һ.б.

Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, район биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.

-Үткән аҙнала район биләмәһендә 1 янғын осрағы теркәлгән. Әлегә көндәр эҫе тора, район халҡын көнкүрештә, тәбиғәттә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйыла. Газ, электр ҡоролмаларының, мейестәрҙең, мөрйәләрҙең торошон даими рәүештә тикшереп тороу мотлаҡ. Иғтибарлы булығыҙ!

Район биләмәһендә юлдарҙы рәтләү буйынса эштәре дауам итә. Ҡайынүтүш урамында тротуар һалына башланды. Яңы тротуар йәйәүлеләрҙең хәрәкәтен уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итәсәк – айырыуса уҡыусылар һәм оло йәштәгеләр өсөн.

“Кадрҙар‑уҡытыу” милли проектын тормошҡа ашырыу, “Рәсәйҙә эш” сайтында вакансиялар индереү тураһында һорауҙар ҡаралды. Ойошма етәкселәренә актуаль вакансияларҙы әүҙем урынлаштырырға, кадрҙарға ихтыяж тураһында мәғлүмәттәрҙе ваҡытында яңыртырға һәм кадрҙар дефицитын оператив ябыу өсөн мәшғүллек үҙәге менән үҙ-ара эш итеүҙе тәьмин итергә кәрәк.

Үткән аҙнала сысҡан биҙгәге ауырыуы менән зарарланыуҙың 1 осрағы теркәлгән. Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцинация юҡ, шуға күрә унан хәүефһеҙлек сараларын күреп кенә һаҡланып була. Шәхси таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәү – иң яҡшы һаҡланыу сараһы. Ҡулдарҙы һабынлап йыуырға, туҙан күп булғанда тын алыу юлдарын һаҡларға, кимереүселәр зарарлаған аҙыҡты ашамаҫҡа – ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.

Миҙгел башынан 1 талпан боррелиозы, 5 талпан энцефалиты менән зарарланыған талпандар булыуы асыҡланған. Аҙна эсендә үҙәк район дауаханаһына талпан ҡаҙалыуы буйынса 2 кеше мөрәжәғәт иткән. Һаҡ булығыҙ!

Йыл һайын барған “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” шәфҡәтлелек акцияһы әле дауам итә. Мохтажлыҡтары булған балаларға ярҙам итергә теләүселәр 25 авгусҡа тиклем ярҙамды “Ғаилә” үҙәгенә тапшыра алалар. Изгелек акцияһында ҡатнашып өлгөрөргә саҡырам.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! - тип хәбәр итәләр https://vk.ru/ramilabdullinburzyan төркөмөндә.

 

Янғын хәүефһеҙлеге, юлдар, вакансиялар, мәктәпкә әҙерлек һ.б.
Янғын хәүефһеҙлеге, юлдар, вакансиялар, мәктәпкә әҙерлек һ.б.
Янғын хәүефһеҙлеге, юлдар, вакансиялар, мәктәпкә әҙерлек һ.б.
Янғын хәүефһеҙлеге, юлдар, вакансиялар, мәктәпкә әҙерлек һ.б.
Янғын хәүефһеҙлеге, юлдар, вакансиялар, мәктәпкә әҙерлек һ.б.
Янғын хәүефһеҙлеге, юлдар, вакансиялар, мәктәпкә әҙерлек һ.б.
Янғын хәүефһеҙлеге, юлдар, вакансиялар, мәктәпкә әҙерлек һ.б.
Янғын хәүефһеҙлеге, юлдар, вакансиялар, мәктәпкә әҙерлек һ.б.
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас